Рудниченко Иосиф Васильевич
Рудниченко Иосиф Васильевич (20 ноябрь 1918 йыл — 4 май 2002 йыл) — хирург-табип-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). 1946 йылдан Ҡаҙағстан тимер юлы станциялары дауаханаларының хирург-табибы, начальнигы; 1963—1980 йылдарҙа Ҡаҙағстан тимер юлы идаралығының баш хирургы. Медицина фәндәре кандидаты (1968). Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы (1960). Ленин (1976), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) ордендары кавалеры. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965) һәм почётлы тимер юлсыһы (1972).
Биографияһы
Иосиф Васильевич Рудниченко 1918 йылдың 20 ноябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Яңы Ергән утарында[1] тыуған.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы (1960)
• Ленин ордены (1976)
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1967)
• СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965)
• СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы (1972)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы
Һылтанмалар
• Хайбуллинская энциклопедия / гл. ред. Р. Х. Ибрагимов. — Уфа: Башк. энцикл., 2015. — 648 с.: ил., карты. ISBN 978-5-88185—243-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2024)
• Официальный сайт движения «Бесмертный полк». Рудниченко Иосиф Васильевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2024)