Рәсүлев Ғайса Фәтҡулла улы

Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев (рус. Гайса Фаткуллович Расулев; 1866 йылдың, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы1921 йылдың, Учалы) — башҡорт дини һәм йәмәғәт эшмәкәре, Туңғатар улусы ахуны, Рус-япон һуғышы (1904—1905) осоронда Рәсәй император армияһы штабы муллаһы[1][2].

Биографияһы

1866 йылда Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Шәрип ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) тыуған[1][2].

Башланғыс һәм дини белемде Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә ала<. Уҡыуын тамамлағандан һуң, Троицк өйәҙе Ялсығол ауылы мәсетендә имам-хатиб булып эшләй[1].

1888 йылдың 28 авгусында Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Иҫке Байрамғол ауылының ахуны итеп тәғәйенләнә[3].

1904—1905 йылдарҙағы Рус-япон һуғышы осоронда Алыҫ Көнсығышта ғәмәлдәге армияла була, 3-сө Маньчжурия армияһы штабы муллаһы вазифаһын башҡара. 1906 йылда япон ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙағы батырлығы өсөн 3-сө дәрәжәһе Ҡылыслы Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

Демобилизациянан һуң Ялсығол ауылында дини эшмәкәрлегенә кире ҡайта, Туңғатар улусы ахуны итеп һайлана[1]. Артабан Иҫке Байрамғол ауылында йәшәй[2][4].

1921 йылда Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Тамьян-Ҡатай кантоны Иҫке Байрамғол ауылында (хәҙер Башҡортостандың Учалы районы) вафат була[1][4].

Ижады

Башҡорт халыҡ йыры «Ғайса ахун» Г. Рәсүлев исеме менән аталған. Йыр тексының нигеҙендә Ғайсаның һуғышта ҡустыһы Мусаның үлеме тураһында хәбәр алғандан һуң яҙған бәйеттәре һәм мөнәжәттәре ята[5].

Наградалары

  • 3-сө дәрәжә Ҡылыслы Изге Станислав ордены (1906)[1].

Хәтер

  • Башҡорт халыҡ традицияһында әүлиә итеп ихтирам ителә. Риүәйәт буйынса, уның ҡәбере янында Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендә әүлиә шишмәһе сыҡҡан[1].
  • Иҫке Байрамғол ауылының боронғо зыяратында Ғайса Рәсүлевтың ғәрәп яҙмалы эпитафияһы менән ҡәбер ташы һаҡланған, ул Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археографтары тарафынан тикшерелгән һәм фәнни әйләнешкә индерелгән[4].
  • Билдәле башҡорт халыҡ йыры «Ғайса ахун» (варианттары — «Илсе Ғайса», «Ғайса батыр») дини эшмәкәрҙең исеме һәм шиғырҙары менән бәйле[1][5].

Ғаиләһе

  • Атаһы — Фәтҡулла Хәбибулла улы Рәсүлев, Зәйнулла Рәсүлевтең ҡустыһы[2].
  • Ағаһы — Зәйнулла Рәсүлев.
  • Ҡатыны — Хөббиямал Рәсүлева[2].
  • Улдары:
    • Таяр Ғайса улы Рәсүлев[2];
    • Талха Рәсүлев (1894—1971) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Әхмәтзәки Вәлидиҙең көрәштәше, Башҡорт ғәскәре офицеры[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 З. Г. Гатиятуллин, Р. Х. Насыров. Расулев Гайса Фаткуллович. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Назир КулбахтиН. Расулевы. Ватандаш (28 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
  3. Шаһиев Ф., Шаһиева Г. Әүлиә шишмәһе (башҡ.). «Йэшлек» (19 май 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
  4. 1 2 3 А. Г. Салихов, Р. Ю. Аккубеков. О некоторых арабографичных эпитафиях Учалинского района Республики Башкортостан. Вестник Академии наук Республики Башкортостан (2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.
  5. 1 2 Г. Ч. Хамитова. «Гайса-ахун», песня. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.

Әҙәбиәт