Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһы
Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһы (рус. Федерация авиации общего назначения России; ФАОН, Федерация АОН России) — Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнешле авиация пилоттарын һәм бәләкәй авиация аэродромдарын берләштергән милли авиация федерацияһы[1].
Ойошманың штаб-фатиры урынлашҡан Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районындағы Первушин аэродромында йыл һайын дөйөм тәғәйенләнешле авиация АОН) пилоттарының Бөтә Рәсәй слёты үткәрелә[2].
Тарих
Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһы — илдең иң боронғо авиация ойошмаларының береһе, 1988 йылдың 17 декабрендә эшләй башлаған Рәсәй авиация һөйөүселәр федерацияһының хоҡуҡи вариҫы[1].
Федерация һәүәҫкәр пилоттар һәм шәхси нигеҙҙә эшләгән авиация инструкторҙары тарафынан СССР Авиация сәнәғәте министрлығының авиация конструкторҙары, инженерҙары һәм летчик-һынаусыларының әүҙем булышлығы менән ойошторола[1].
СССР тарҡалғандан һуң федерация төрлө үҙгәрештәр кисерә. РФ Хөкүмәте 1996 йылдың 13 авгусында үҙенең 996-сы Ҡарары менән «Рәсәйҙә дөйөм тәғәйенләнешле авиация тураһында ваҡытлыса положение»ны раҫлай. Унда совет осоронан һуң тәүге тапҡыр дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияға аңлатма-билдәләмә бирелә: оборона-мобилизация бурыстарын үтәгән һәм осоштарҙы түләүһеҙ башҡарған граждан авиацияһы.
АОН-дың Бөтә Рәсәй конгресы
2019 йылда үҙгәртеп ҡоролған федерация беренсе тапҡыр АОН-дың Бөтә Рәсәй конгресын үткәрә, унда илдең төрлө авиация федерациялары һәм клубтары вәкилдәре йыйыла.
Беренсе конгресс Мәскәүҙә уҙа[3], һуңынан ФАОН етәкселеге эшләгән Өфө янындағы Первушинға күсерелә.
Конгрестың өсөнсөһө 2023 йылда инде Первушинда уҙғарыла[4].
Етәкселәре
Төрлө йылдарҙа Дөйөм тәғәйенләнешле авиация федерацияһын етәкләйҙәр[1]:
- 1988 йылдан 1998 йылға тиклем федерацияның беренсе президенты — СССР-ҙың летчик-космонавы, Советтар Союзы Геройы, СССР-ҙың атҡаҙанған һынаусы-летчигы Игорь Петрович Волк;
- 1998 йылдан 2013 йылға тиклем — һынаусы-летчик Виктор Васильевич Заболотский;
- 2013 йылдан 2019 йылға тиклем — шәхси пилот, спортсы-пилот, «Северка» аэродром булдырыусы һәм ойоштороусы Николай Мазурин;
- 2019 йылдан алып (2024 йыл мәғлүмәттәре буйынса) — шәхси пилот, инструктор, Первушин аэродром комплексын ойоштороусы Сергей Миңлеғолов.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 О Федерации. Федерация АОН России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2024.
- ↑ Контактная информация. Федерация авиации общего назначения России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2024.
- ↑ В Москве состоялся первый Конгресс авиации общего назначения. Федерация авиации общего назначения России (2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2024.
- ↑ III-й Всероссийский конгресс АОН пройдет в Первушино. BizavNews (3 июль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2024.