Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре (2025)
Рәсәй һәм Украина һөйләшеүҙәре — Украина низағын көйләү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2025 йылдың 15 майында Истанбулда башларға тәҡдим иткән тура һөйләшеүҙәр[1]. Рәсәй делегацияһы диалогка 15 май иртәһенә әҙер булһа, Украина вәкилдәре осрашыуға килмәй һәм Төркиә аралашсылығындағы һөйләшеүҙәр икенсе көнөнә — 16 майҙа Долмабахче һарайында үтә[2]. Ике сәғәткә һуҙылған һөйләшеүҙәрҙең һәм Путиндың һуңынан Трамп менән телефондан һөйләшеүе ҡатнашыусылар, башҡа сәйәсмәндәр һәм политологтар тарафынан низағты көйләүҙә уртаса прогресс, тип баһалана.
2025 йылдың 28 майында сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Рәсәй Федерацияһы менән Украина араһындағы һөйләшеүҙәрҙең икенсе раунды Истанбулда 2 июндә үтә, тип белдерә[3].
Тарихы
2025 йылдың 11 майында Рәсәй президенты Владимир Путин Кремлдең Ҙур һарайынының малахит фойеһында Мәскәүгә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына килгән дәүләттәр лидерҙары менән осрашыуға йомғаҡ яһау өсөн журналистарҙы йыя[4].
Рәсәй президенты Украинаның 18 марттан 17 апрелгә тиклем энергетик объекттарға һөжүм итмәҫкә тигән 30 көнлөк мораторийҙы күрәләтә үтәмәүен белдерҙе. Шулай уҡ Киев яҡынса 5 мең тапҡыр Пасха килешеүен боҙа. Рәсәйҙең Еңеү көнөнә килешеү тәҡдименә яуап итеп, Украина киң масштаблы һөжүм яһай. Уларҙа 524 пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) һәм 45 экипажһыҙ катер ҡатнаша.
Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Киев властарына 2022 йыл һуңында өҙөлгән тура һөйләшеүҙәрҙе 2025 йылдың 15 майында Истанбулда алдан бер ниндәй шарт ҡуймайынса тергеҙергә тәҡдим итә[5].
2025 йылдың 11 майында Рутин менән Төркиә президенты Реджеп Тайип Эрдогандың һөйләшеүҙәрендә, Эрдоган Мәскәү менән Киев араһында тура һөйләшеүҙәрҙе тергеҙеү инициативаһын хуплай һәм Истанбулда урын бирергә һәм һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙә итә[6].
Владимир Зеленский X социаль селтәрендә: «Мин Путинды Төркиәлә кесе йома 2025 йылдың 15 майында көтәм», — тип яҙа[7]. Шул уҡ ваҡытта Төркиә президенты хакимиәте Зеленскийҙың 15 майҙа Төркиәгә килеү планы тураһында хәбәрҙар булмауын белдерә[8]. Рәсәй лидерының матбуғат секретары Д. Песков әйтеүенсә, 15 майға Путиндың мәскәүҙә эшлекле осрашыуҙары билдәләнгән, ул Төркиәләге һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашырға планлаштырмаған да, тип белдерә; Рәсәй яғы фекеренсә, дәүләт башлыҡтары кимәлендәге осрашыуҙар етди һәм оҙайлы әҙерлек талап итә[9].
2025 йылдың 13 майында Дональд Трамп, АҠШ дәүләт секретары Марко Рубио һәм Американың башҡа вазифалы кешеләре Истанбулда планлаштырылған һөйләшеүҙәргә киләсәк, тип беледрә[10].
2025 йылдың 14 майында Путин Стамбулда Украина менән һөләшеүҙәрҙе әҙерләү буйынса кәңәшмә үткәрә. Ҡатнашыусылар араһында, дәүләт башлығы ҡарары менән билдәләнгән Рәсәйҙең һөйләшеүҙәр алып барыу төркөмө ағзаларынан тыш, сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Андрей Белоусов, Росгвардия етәксеһе Виктор Золотов, именлек соаеты секретарыь Совбеза Сергей Шойгу, Генштаб начальнигы Валерий Герасимов, ФСБ директоры Александр Бортников һәм махсус хәрби операция зонаһындағы төркөмдәрҙең барлыҡ командующийҙары була[11].
15 майға ҡараған төндә «Россия» махсус осоу отряды самолёты Истанбулға оса. Авиация хеҙмәттәре «Интерфаксҡа», Рәсәй делегацияһы Ататөрк исемендәге аэропортҡа иртә таңдан барып етеүен хәбәр итә[12]. Башта делегациялар осрашыуы иртәнге сәғәт 10-да Долмабахча һарайында үтәсәк тип планлаштырыла, әммә Украина делегацияһының килмәүе арҡаһында, һөйләшеүҙәр икенсе көнгә ҡалдырыла[13].
15 майҙа Истанбулдағы РФ Генконсуллығында матбуғатҡа мөрәжәғәтендә Владимир Мединский, Рәсәй делегацияһы ағымдағы һөйләшеүҙәрҙе 2022 йылда өҙөлгән солох процесының дауамы тип ҡарауын, барлыҡ компетенцияларға һәм вәкәләттәргә эйә булыуын белдерә[14]. Тура һөйләшеүҙәрҙең бурысы — низағтың тәүсығанаҡтарын бөтөрөп, иртәме-һуңмы оҙайлы тыныслыҡ урынлаштырыу[15].
Шул уҡ көндө Төркиәнең сит ил эштәре министры Хакан Фидан Рәсәй делегацияһы менән осраша[16].
15 май кисендә ТАСС сығанағы, Рәсәй һәм Украина делегациялары һөйләшеүҙәре Истанбулда 16 майҙа башлана, тип белдерә[2]. Зеленскийҙың бәйләнештәр буйынса кәңәшсеһе Дмитрий Литвин, Украина яғы Истанбулға 12 майҙа һуң ғына киләсәк, тип белдерә[17].
The Guardian мәғлүмәттәре буйынса, АҠШ яғынан Истанбулдағы һөйләшеүҙәрҙә АҠШ Дәүләт департаментының сәйсәтте планлаштырыу буйынса директор Антон Майкл ҡатнаша[18].
16 майҙа Рәсәй, Украина һәм Төркиә өс яҡшы һөйләшеүе, шулай уҡ АҠШ — Украина — Төркиә өс яҡлы осрашыуы үтә[19], уларҙа АҠШ-тың дәүләт секретары Рубио Марко менән Украина буйынса махсус илсе Кит Келло ҡатнаша. Украина яғынан — президент офисы башлығы Андрей Ермак һәм сит ил эштәре министры Андрей Сибига, Төркиә яғынан сит ил эштәре министры Фидан ҡатнаша[20].
16 майҙа Владимир Мединский Рәсәй-Украина һөйләшеүҙәре алдынан АҠШ вәкилдәре менән осрашыу үткәрә[21].
2025 йылдың 28 майында сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Рәсәй һәм Украина араһындағы һөйләшеүҙәрҙең икенсе раунды Истанбулда 2 июндә үтәсәк, тип белдерә[3].
2025 йылдың 29 майында РФ Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова, 2 июндәге һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй делегацияһы 2025 йылдың 16 майындағы составта буласаҡ, тип хәбәр итә[22].
Һөйләшеүҙәр барышы
2025 йылдың 16 майында Рәсәй, Төркиә һәм Украина делегациялары һөйләшеүҙәре Истанбулда үтә. Осрашыу алдынан Төркиәнең сит ил эштәре министры Хакан Фидан тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһай[23]:
2022 йылдың мартынан алып был илдәр араһында беренсе осрашыу. Беҙ был мөмкинлекте ҡарарға бурыслы. һуңлаған һәр көн тағы ла ҙурыраҡ емереклектәргә һәм һәләкәткә килтерә. һуғыш дауам иткән ваҡытта утты туҡтатыу зарур. Беҙ яҡын аралағы эштәрҙе бергәләп билдәләрбеҙ. Был осрашыу ил лидерҙары араһындағы буласаҡ осрашыуҙы билдәләй[24].
Рәсәй-Украина һөйләшеүҙәре ике сәғәт самаһы[25] матбуғат сараларынан ябыҡ режимда бара[26].
Йомғаҡтар
Һөйләшеүҙәр тамамланғандан һуң Мединский, Рәсәй яғы һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәт һәм бәйләнеште дауам итергә әҙер, тип белдерә[27], бынан тыш:
- Рәсәй менән Украина утты туҡтатыу ихтимал булған күҙаллауҙарын ентекле еткерергә килешә[28];
- Украина делегацияһы дәүләттәр лидерҙары менән тура һөйләшеүҙәр алып барырға һорай, Рәсәй быны иғтибарға ала[29];
- яҡын көндәрҙә Рәсәй һәм Украина 1000-гә 1000 форматында әсирҙәр менән алмаша[30].
2025 йылдың 17 майында АҠШ дәүләт секретары Марко Рубио менән телефон аша һөйләшеүҙәр барышында РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров Рәсәйҙең Украина мәсьәләһен көйләүҙә артабан да АҠШ менән эшләргә әҙер булыуын раҫланы. Ул шулай уҡ АҠШ-тың Киевтың истанбулда һөйләшеүҙәрҙе трегеҙеү тураһындағы тәҡдимде ҡабул итеүгә ярҙам итеүҙәге ыңғай ролен дә билдәләне. Рубио үҙ сиратында Вашингтондың артабан да украин низағын көйләү юлдарын эҙләүҙә ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе[31]. Һуңынан дәүләт секретаы Путин менән Трамптың 19 майҙа телефон аша һөйләшеүе әҙерләнеүен, һуңынан тиҙ арала Рәсәй һәм АҠШ лидерҙарының осрашыуын ойоштороу әҙерләнәсәген белдерҙе[32].
2025 йылдың 23 майында РФ Оборона министрлығы әсирҙәр менән алмашыу үтеүе тураһында белдерә. Ведомство мәғлүмәте буйынса, Рәсәйгә 270 хәрби хеҙмәткәр һәм араларында Курск өлкәһенең тыныс халҡы ла булған 120 граждан ҡайтарыла, алмашҡа шул уҡ нисбәттәге әсир сығарыла[33].
2025 йылдың 24 майында 307 Рәсәй хәрби хеҙмәткәре ҡайтарыла, шунса уҡ Украина хәрбиҙәре бирелә[34].
2025 йылдың 25 майында Рәсәй Оборона министрлығы тағы ла 303 хәрби хеҙмәткәр менән алмашыу тураһында белдерә[35]. Шулай итеп, 1000-гә 1000 формулаһы буйынса әсирҙәр менән алмашыу тамамлана.
Рәсәй делегацияһы
14 май кисендә Владимир Путин Истанбулда үтәсәк һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ Рәсәй делегацияһы составын раҫлай. Уны РФ президенты ярһамсыһы Владимир Мединский етәкләй[36]. Ул 2022 йылғы һөйләшеүҙәрҙә лә етәксе була[37]. Шулай уҡ делегация составына:
- РФ сит ил эштәре башлығы урынбаҫары Михаил Галузин,
- РФ Ҡораллы Көстәре Генштабы начальнигы урынбаҫары Игорь Костюков,
- оборона министры урынбаҫары Александр Фомин инә[38].
Делегацияның төп ағзаларынан тыш, Истанбулда Рәсәй яғынан дүрт эксперт:
- Генштаб идаралығы мәғлүмәт начальнигының беренсе урынбаҫары Александр Зорин,
- РФ президенты идаралығының гуманитар өлкәнең дәүләт сәйәсәте начальнигы урынбаҫары Елена Подобреевская,
- Рәсәй Сит ил эштәре минитсрлығының БДБ илдәренең икенсе департаменты директоры Алексей Полищук,
- РФ Оборона министрлығының Халыҡ-ара хәрби хеҙмәттәшлек баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виктор Шевцов була[39].
Украина делегацияһы
15 май кисендә Владимир Зеленский офисы истанбулдағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ делегация составы тураһында указ сығара[40]. Уны оборона минитсры Рөстәм Ғүмәров.
Шулай уҡ делегация составына:
- сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары Сергей Кислица,
- Украина именлек соаеты рәйесе урынбаҫары Александр Поклад,
- Эске разведка хеҙмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Олег Луговский,
- Украина Ҡораллы көстәре генераль штабы начальнигы урынбаҫары Алексей Шевченко,
- Разведка баш идаралығы начальнигы турынбаҫары Вадим Скибицкий,
- Һауа көстәре командованиеһы штабы начальнигы урынбаҫары Евгений Шинкарёв,
- Хәрби-диңгеҙ көстәре командованиеһы штабы начальнигы урынбаҫары Александр Дьяков,
- Украина Ҡораллы көстәре генераль штабы Үҙәк юридик идаралығының халыҡ-ара һәм операциялар хоҡуғы идаралығы начальнигы Алексей Маловацкий,
- Украина Ҡораллы көстәре генераль штабы Баш оператив идаралығының өлкән офицеры Александр Шерихов,
- Украина Ҡораллы көстәре баш командующийының тәьминәт аппараты протоколы офицеры Георгий Кузьмичев,
- Украина президенты офисы етәксеһе кәңәшсеһе Александр Бевз инә[41].
Истанбулдағы һөйләшеүҙәр барышында Украина делегацияһының ике техник ҡатнашыусыһы ҡаса. Юғары раданың элекке депутаты Спиридон Килинкаров белдереүенсә, тәржемәсе Головко һәм ярҙамсы-секретарь Самойленко мобилизациянан ҡотолоу мөмкинлегенән файҙалана һәм Киевҡа кире ҡайтмай[42].
Реакция
2025 йылдың 17 майында РФ президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков, Кремль Владимир Путин менән Владимир Зеленскийҙың осрашыуын мөмкин тип иҫәпләй, «әммә эш һөҙөмтәһе һәм ике яҡтын һөйләшеп килешеүҙәре нигеҙендә билдәле һөҙөмтәләргә өлгәшеү буйынса»[43].
АҠШ президенты Дональд Трамп Владимир Путиндың Украина менән тура һөйләшеүҙәҙе тергеҙеү тураһындағы тәҡдимен ыңғай баһалай[44]:
Был Рәсәй һәм Украина өсөн бөйөк көн булыуы ихтимал. Был сикһеҙ «ҡан ҡойош» тамамланғас, йөҙҙөрсә мең ғүмерҙең ҡотҡарылып ҡалыуы тураһында уйлағыҙ. — Truth Social
Шулай уҡ Трамп Украинаны Истанбулдағы һөйләшеүҙәргә «кисекмәҫтән килешергә» саҡыра[45] һәм, осрашыуҙың үтеүен талап итеүен белдерә. Ул Истанбулға үҙе килеү тураһында уйлауын да белдерә[46].
Унда ике лидер ҙа (РФ һәм Украины — ред.) ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Үҙем дә унда осорға уйлағайным. Кесе йома ҡайҙа булырымды белмәйем, осрашыуҙарым шул тиклем күп, әммә мин ысынлап та унда осоу тураһында уйланым. бындай мөмкинлек бар тип уйлайым[47].
Элекке Америка разведчигы һәм БМО инспекторы Скотт Риттер Путиндың тәҡдимен «шәп манёвр»[48] тип баһалай:
Тура һөйләшеүҙәр тураһындағы тәҡдим көн тәртибенән 30 көнлөк ярашыу тураһындағы мәсьәләне алып ташлай. Минеңсә, был Владимир Путиндың шәп маневры. Ул Рәсәйгә инициативаны ҡайтара, уға был аҙымға әҙер һәм һәләтле булмаған украин-европа-америка блогына шарттар ҡуйыу мөмкинлеген бирә.
Путин менән Трамптың 2025 йылдың 19 майындағы һөйләшеүе
Төп мәҡәлә:Путин менән Трамп һөйләшеүе (май 2025) (рус.)баш.
2025 йылдың 19 майында Мәскәү ваҡыты киске 5-тә Владимир Путин Дональд Трамп менән Истанбулда үткән һөйләшеүҙәр буйынса һөйләшә[49]. Америка яғы белдереүенсә, әңгәмә барышында Украиналағы хәрби хәрәкәттәрҙән тыш ике илдең иҡтисади хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре лә ҡарала. Трамп аңыҡлауынса, РФ президенты менән аралашҡандан һуң ул Украинаның сәйәси һәм НАТО илдәре лидерҙары менән һөйләшергә ниәтләй[50]. РФ һәм АҠШ лидерҙарының телефондан ике сәғәттән ашыу һөйләшеүен Владимир Путин «конструктив» тип атай. Рәсәй президенты, Мәскәү һәм Киев ихтимал булған солох килешеүе буйынса меморандум әҙерләйәсәк, тип белдерҙе[51].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Путин предложил прямые переговоры с Киевом 15 мая в Стамбуле (11.05.2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 ТАСС: переговоры РФ и Украины в Стамбуле стартуют 16 мая (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Лавров анонсировал второй раунд переговоров между РФ и Украиной в Стамбуле (28 май 2025). 29 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Прямые переговоры без промедления и условий в Стамбуле. Главные заявления Путина (11.05.2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Заявление Президента России для СМИ (11.05.2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин обсудил с Эрдоганом свою инициативу возобновления переговоров с Киевом (11 май 2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Зеленский заявил, что будет ждать Путина в Турции (11 май 2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Турции заявили, что не знают о планах Зеленского посетить страну (11 май 2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ От Владимира Путина ждут участия. Как идет подготовка к встрече РФ и Украины в Стамбуле (17 май 2025). 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Трамп: Рубио и другие эмиссары США полетят на встречу по Украине в Стамбуле. 13 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Песков рассказал о совещании у Путина по переговорам с Украиной (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Стали известны время и место переговоров России и Украины в Стамбуле (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Начало переговоров в Стамбуле запланировано на 10 утра - Российская газета (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский высказался о делегации России в Стамбуле (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский назвал цель прямых контактов с Украиной (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ ТАСС: в Стамбуле началась встреча главы МИД Турции с российской делегацией (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Украинская делегация приедет в четверг вечером, заявил советник Зеленского (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ The Guardian узнала имя представителя США на переговорах России и Украины. 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ ТАСС: 16 мая в Стамбуле намечена трехсторонняя встреча Турции, России и Украины (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ ТАСС: в Стамбуле завершилась встреча представителей Турции, США и Украины (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский встретился с представителями США в Стамбуле (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ МИД рассказал о составе российской делегации на переговорах 2 июня (29.05.2025). 29 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Встреча представителей России, Украины и Турции началась в Стамбуле. 1tv.ru (16 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2025.
- ↑ Полная расшифровка слов главы МИД Турции перед переговорами (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Встреча российской и украинской делегаций в Стамбуле завершилась (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Переговоры России и Украины проходят без прессы (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский: РФ удовлетворена результатом переговоров и готова продолжать контакты (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский: РФ и Украина представят свое видение возможного прекращения огня (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский: Украина запросила прямые переговоры между Зеленским и Путиным (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мединский подтвердил подготовку крупнейшего обмена пленными с Украиной (16 май 2025). 16 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Лавров и Рубио обсудили итоги переговоров в Стамбуле (17 май 2025). 17 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Рубио заявил о желании Трампа встретиться с Путиным как можно скорее (17 май 2025). 17 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Россия вернула из плена 270 военных и 120 гражданских (23 май 2025). 23 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Россия и Украина обменялись пленными по стамбульской договоренности. 24 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Россия и Украина завершили обмен пленными по формуле 1000 на 1000 (25.05.2025). 25 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин утвердил состав делегации России на переговорах с Украиной (14..05.2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин утвердил состав российской делегации на переговорах в Стамбуле (14.05.2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Путин утвердил состав делегации для переговоров с Украиной в Стамбуле (14 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Кто вошел в переговорную группу России в Стамбуле. Инфографика (14.05.2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Зеленский утвердил состав делегации для переговоров с РФ в Стамбуле (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Состав делегации Украины для участия в переговорном процессе с РФ в Стамбуле (15 май 2025). 15 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Килинкаров: члены украинской делегации сбежали в Стамбуле от мобилизации (19.05.2025). 20 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Кремле назвали условие для встречи Путина и Зеленского (17 май 2025). 17 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Трамп приветствовал предложение Путина возобновить прямые переговоры с Украиной (11.05.2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Трамп потребовал от Украины немедленно согласиться на переговоры с Россией (11 май 2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Трамп допустил свой визит в Стамбул во время встречи делегаций России и Украины - Газета.Ru | Новости (12 май 2025). 12 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Трамп допустил поездку в Стамбул в четверг (12 май 2025). 12 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ В США назвали предложенные Путиным прямые переговоры Киеву блестящим маневром (11 май 2025). 11 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мир по телефону (18 май 2025). 19 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Песков подтвердил, что телефонный разговор Путина с Трампом готовится (17.05.2025). 19 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Заявление Путина после разговора с Трампом. Текст. 19 май 2025 тикшерелгән.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |