Рәхмәтуллин Азат Салауат улы

Азат Салауат улы Рәхмәтуллин (рус. Азат Салаватович Рахматуллин; 1972 йылдың 4 апреле, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәй ғалим-табибы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы һәм дәүләт эшмәкәре. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2015).

Биографияһы

Азат Салауат улы Рәхмәтуллин 1972 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуа. 1989 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1995 йылда тамамлай. Бер йыл баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында хирургия буйынса табип-интерн булып эшләй. 1996—1998 йылдарҙа БДМИ-ҙа хирургия буйынса клиник ординатура үтә. 2001 йылға тиклем Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында хирургия бүлеге хирургы була.
Артабанғы ике йылын Сибай ҡалаһы дауаханаһында һөнәре буйынса эшләй. 2004 йылға тиклем баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары була[1].

2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлегенең баш белгесе, бер к ваҡытта БДМУ клиникаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге хирургы. 2007 йылға тиклем баш табип урынбаҫары, 2-се Республика клиник дауаханаһының табиб-хирургы, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһы хирургы. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы.

2019 йылдың сентябренән — Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары.

2022 йылдың 28 мартында Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

Хәҙерге ваҡытта — Өфөләге Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең баш табибы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға медицина ярҙамын координациялау буйынса баш штаттан тыш белгесе[2].

Ғилми һәм практик эшмәкәрлеге

Рәхмәтуллин Азат Салауат улы медицина фәндәре кандидаты. Хирург булараҡ практик эшмәкәрлеген дауам итә, пациенттар ҡабул итә.

Фәнни һәм практик эшмәкәрлеге һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыуға, медицина ярҙамының сифатын һәм мөмкинлеген арттырыуға, шулай уҡ ветерандары һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға медицина ярҙамын ойоштороуға йүнәлтелгән. 38 фәнни хеҙмәте, уйлап табыуға 2 патенты бар[1].

Йәмәғәт һәм административ эшмәкәрлеге

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә әүҙем эш алып бара. Төп йүнәлештәре:

  • һуғыш ветерандарына медицина ярҙамын ойоштороу;
  • махсус хәрби операцияла (рус.)баш. ҡатнашыусыларға медицина ярҙамын координациялау;
  • республика дауаханалары һәм поликлиникалар селтәрен модернизациялау;
  • халыҡ өсөн медицина ярҙамының сифатын һәм ҡулланыу мөмкинлеген арттырыу[2].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеме (2015);
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаты[3].
  • Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2022)[4][5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Рахматуллин Азат Салаватович. Единый республиканский инновационный бизнес-портал. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  2. 1 2 В Башкирии сменился министр здравоохранения, Zdrav.Expert. 10 апрель 2026 тикшерелгән.
  3. Главный врач. ГБУЗ Республиканский клинический госпиталь ветеранов войн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2026.
  4. Владимир Путин отметил работу врачей из Башкирии. Башинфорс (9 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 08.08.2022 г. № 254-рп. Президенет России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2026.