Рәхмәтуллин Ирек Мәхмүт улы

Рәхмәтуллин Ирек Мәхмүт улы (11 апрель 1928 йыл — 18 май 2013 йыл) — табип-ғалим, патофизиолог. Медицина фәндәр докторы (1966), профессор (1968). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)[1].

Биографияһы

Ирек Мәхмүт улы Рәхмәтуллин 1928 йылдың 11 апрелендә Татар АССР-ының баш ҡалаһы Ҡазанда тыуған.

1950 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң, институтта патофизиология кафедраһында ҡала, унда профессор Андрей Адоның уҡыусыһы була. 1966 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1967 йылда проректор, ә 1968 йылда — Ҡазан дәүләт табиптар әҙерләү институты ректоры (ГИДУВ) итеп һайлана, шул уҡ йылда профессор итеп һайлана.

1971 йылда Берлинда медицина кадрҙарына юғары дипломдан һуң белем биреү буйынса социалистик илдәр эксперттары кәңәшмәһендә ҡатнаша[2].

1978 йылдан 1993 йылға тиклем — патофизиология кафедраһы мөдире, 1993 йылдан 1999 йылға тиклем — Ҡазан дәүләт медицина институтының профессор-консультанты (1994 йылдан Ҡазан медицина университеты). 1978 йылда Бөтә Рәсәй патофизиологтар йәмғиәтенең Ҡазан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана.

Фәнни һәм практик медицинаға, табиптар әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. Бөтә Союз патофизиологтар ғилми йәмғиәте идараһы һәм «Аллергия» проблемалы комиссияһы, РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми советы составында эшләй, Казан патофизиологтар йәмғиәтенә етәкселек итә[2]. Организмдың аллергик үҙгәреш осоронда төрлө ағзаларҙың һәм системаларҙың үҙгәреү механизмдарын, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының функциональ торошон өйрәнеү буйынса эштәр яҙа. Уйлап табыуҙарға 5 авторлыҡ таныҡлығы ала.

2013 йылдың 18 майында Ҡазанда вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Почет Билдәһе» ордены (1971)
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы (Татарстан) (1970)[2] Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978)
  • «Аллергик реакцияларҙың күҙәнәкле һәм молекуляр механизмдары» эштәр серияһы өсөн Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының А. Д. Адо исемендәге премияһы (2003)
  • Татар АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы

Библиография

  • К аллергической реакции скелетной мышцы. М., 1963.
  • Интенсивная терапия в клинической практике. Л., 1976.
  • Современные аспекты рентгенодиагностики. Л., 1977.
  • Рахит и рахитоподобные заболевания. Л., 1978[1].

Билдәле адрестар

  • Казань, Оло Ҡыҙыл урамы, 57а йорто[3]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Рахматуллин Ирек Махмудович
  2. 1 2 3 Рахматуллин Ирек Махмудович (1928 г.р.)(недоступная ссылка)
  3. Министерство связи СССР. Список абонентов Казанской городской телефонной сети / В. Ф. Четверик. — Казань: Издательство Татарского обкома КПСС, 1984. — Т. 1. — 970 с. — 40 000 экз.