Рәшитова Земфира Мөҙәрис ҡыҙы
Биографияһы
Рәшитова Земфира Мөҙәрис ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультетын (Венер Йылҡыбаев класы) тамамлаған[1].
Уҡыу осоронда ҡурайсы булараҡ концерттарҙа, күп кенә конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша, ҡурайсы ир-егеттәр менән башҡарыу оҫталығында ярыша. Беренсе «Ҡурай баттл»да еңеүсе була, унда үҙенең аранжировкаһында (рус.)баш. һирәк яңғыраған «Ҡырҡты кәкүк» халыҡ көйөн башҡара[1].
Студент йылдарында шулай уҡ «Тамыр» телеканалында «Тау-тау хәбәр» тапшырыуы мөхәррире булып эшләй. Уҡыуҙан һәм эштән буш ваҡытта балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтә.
2018 йылда уҡыуҙа, ғилми-тикшеренеү һәм йәмәғәт эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Республика Башлығы стипендияһына лайыҡ була.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Хазина» этно-проекты һәм «Ҡолонсаҡ» балалар ҡурайсылар ансамбле солисы (рус.)баш. һәм етәксеһе булып эшләүсе этник музыканың халыҡта популярлыҡ яулауын маҡсат итеп ҡуйған. Земфира халыҡ ижадының һирәк өлгөләрен эҙләй, таба һәм уларҙы тамашасылар хөкөмөнә сығара. Шулай уҡ ҡурайҙа сит ил музыкаһын уйнарға ярата, бындай интерпретацияны тамашасылар ҡыҙыҡһынып ҡабул итә[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Йәштәр советы рәйесе[3].
Сығыштары һәм ижади ҡаҙаныштары
- Беренсе «Ҡурай баттл» еңеүсеһе була. Йәш музыкант үҙенең аранжировкаһында һирәк башҡарылған «Ҡырҡты кәкүк» халыҡ көйөн ҡурайҙа уйнай[1].
- Йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең «Таврида 5.0» форумының гранттар конкурсында еңеү яулай һәм үҙенең «Miss International Ufa» республика этник матурлыҡ һәм талант фестивален үткәреү өсөн 650 мең һум аҡса ала[4].
- Земфира Рәшитова һәм уның ижади командаһының ҡурайҙа «Тәхеттәр уйындары» тип аталған популяр сериалға саундтрек уйнағанын шоуҙың башҡорт фанаттары Өфөләге «Ватан» этнопаркында төшөрә. Артистар башҡорт кейемендә сығыш яһай[5].
- 2020 йылдың 13 ноябрендә Рәсәй Үҙәк телевидениеһының 1-се каналында «Мөғжизәләр яланы»нда ҡурайҙа уйнай[6].
- Музыкант донъяның төрлө мөйөштәрендә ҡурай моңон яңғырата. Мысырҙа халыҡ көйө «Турат сағылы»н йыйылғандарға ишеттерә[7], Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Бурдж-Хәлифәлә, Бөйөк Ҡытай диуарында, Таиландта филдә һыбай ултырып, Камчаткала янартауҙа ҡурайҙа уйнай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Новое клубное формирование. Земфира Мударисовна Рашитова — руководитель. ГБУК РБ ГКЗ «Башкортостан». Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Земфира Рашитова и этно-проект HAZINA. Телеканал НТВ, официальный сайт (1 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Состав Совета. Рашитова Земфира Мударисовна, председатель Молодежного совета Дома дружбы народов Республики Башкортостан. Государственное бюджетное учреждение Дом дружбы народов Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Уфимка Земфира Рашитова выиграла грантовый конкурс форума «Таврида 5.0». Интернет-портал «Культурный мир Башкортостана» (8 июль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ «Настоящая дотракийка» из Башкирии сыграла мелодию из «Игры престолов» на курае. Саундтрек получился с национальным башкирским колоритом. Сетевое издание «Уфа1.ру» (3 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Жительница Башкирии приняла участие в передаче «Поле чудес». Сайт газеты «Альшеевские вести» (14 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Башкирская кураистка исполнила народную мелодию в Египте. Сетевое издание «Вести-Башкортостан» (14 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Уфимка Земфира Рашитова выиграла грантовый конкурс форума «Таврида 5.0». 8 июля 2019 г.
- «Настоящая дотракийка» из Башкирии сыграла мелодию из «Игры престолов» на курае. 3 марта 2019 г.
- В Тулу съехались этнические музыканты со всей России
- Башкирская кураистка Земфира Рашитова готова разрушать стереотипы. 31 октября 2017 г.
- Земфира Рашитова и этно-проект HAZINA, Башкирия 1.04.2022 г
- Молодая башкирка сыграла на курае на Великой китайской стене. 17 января 2020 г.
- Жительница Башкирии приняла участие в передаче «Поле чудес». 14 ноября 2020 г.
- Башкирская кураистка исполнила народную мелодию в Египте. 14 августа 2021 г.