Сабирхужин Рөстәм Вил улы

Сабирхужин Рөстәм Вил улы (. 4 ғинуар 1978 йыл) — спортсы, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан бишбәйге көрәшсеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006), хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса Ҡаҙағстан республикаһы халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Команда беренселегендә донъя чемпионы (2004,2005),3 тапҡыр команда һәм эстафетала Европа чемпионы (2004,2005,2008).

Биографияһы

Рөстәм Вил улы Сабирхужин — 1978 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында тыуған.

1986 йылда Өфө ҡалаһында күнекмәләр башлай. Уның 25 йыл дауамында тренеры В. М. Чудновский була. 2011 йылда Рәсәй йыйылма командаһына инә алмай, Астана ҡалаһына күсеп китә, Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай башлай.

Хәҙерге заман бишбәйгеһе буйынса бер нисә донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүсеһе һәм призёры була.

2004 һәм 2012 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Лондондағы Олимпиада-2012 өсөн лицензия ала, Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай.

Олимпиадала 21-се урынды ала, 5564 мәрәй йыйып, фехтованиеға эләгә һәм еңеү яулай.

2012 йылда Өфөлә ипподром «Аҡбуҙатта». олимпия уты эстафетаһында ҡатнаша.

2009 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.

Олимпия уйындары

  • Олимпия уйындарында 2004 йылда Афинала (Греция). Рөстәм Сабирхужин Моисеев Андрей менән бергә шәхси беренселеккә Рәсәй командаһы өсөн сығыш яһай. .
Урын Спортсылар Йәше АтыуАтыу



мәрәй/һөҙөмтә
Фехтование



Фехтование
ЙөҙөүЙөҙөү



мәрәй/һөҙөмтә
Конкур



Конкур
КроссКросс



мәрәй/һөҙөмтә
Modern pentathlon pictogram.svgСумманың
Ун Рөстәм Сабирхужин



Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
26 йәш 1156/185 888 1216/2.12,02 908 1084/9.39,60 5252
Урын Спортсылар Йәше Фехтованиефехтование Йөҙөүйөҙөү



һөҙөмтәлә/мәрәй
Конкурконкур АтыуКроссКомбайн



һөҙөмтәлә/мәрәй
Modern pentathlon pictogram.svgСумманың
Егерме бер Рөстәм Сабирхужин



Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
34 йәш 156 2.13,21/1204 1100 10.49,57/2404 5504

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Хәҙерге бишбәйге буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998)
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2006).
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000)
  • Европа (2007) һәм Рәсәй (1998, 2000) чемпионаттарының көмөш призёры
  • Европа чемпионатының бронза призёры (2005)
  • Команда зачётында донъя (2004—2005) һәм Европа (2000, 2007) чемпионы
  • Европа чемпионаттарының көмөш (2005) һәм бронза (2004) призёры
  • Эстафетала Европа чемпионы (2008)
  • Донъя (2000, 2003, 2005) һәм Европа (2005) чемпионаттарының көмөш призёры.
  • Үҫмер спортсылар араһында Европа (2 тапҡыр, 1998; 1999) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 1998) чемпионы.

Шәхси тормошо

Өйләнгән. Ике ул үҫтерә.

Һылтанмалар