Садиҡов Абдулабай Ғәббәс улы

Садиҡов Абдулабай Ғәббәс улы (рус. Салыков Абдулабай Габбасович 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Садиҡов Абдулабай Ғәббәс улы 1922 йылда Татарстандың Әгерйә районы Әгерже ҡалаһында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ҡалтасы районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112 кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 6 июлендә ҡыҙыу һуғыш барған Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһе) 2‑е Тербун ауылы районында хәбәрһеҙ юғала[2]. Юғалтыуҙар исемлегендә Садиҡов Абдулабай Ғәббәс улының туғандары юҡ тип күрһәтелгән[3].