Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы

Садиҡов Мәүлетбай Йосоп улы (4 октябрь 1925 йыл13 май 1993 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1973), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973), ике тапҡыр «Почёт билдәһе» ордены (1976, 1981) һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Биографияһы

Мәүлетбай Йосоп улы Садиҡов 1925 йылдың 4 октябрендә Ишембай районы Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

1945 йылда һуғыштан ҡаты яраланып, бер ҡулһыҙ ҡайтҡан һалдатты тыуған ауылында баҫыу эштәре бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр.

1950 −1955 йылдарҙа Петровский МТС-ның агрономы булып эшләй.

1955 йылда Ленинград ғәмәли зоология һәм фитопатология институтын тамамлай.

1955—1957 йылдарҙа «Коммунар» колхозы агрономы,

1957—1962 йылдарҙа «Коммунар» колхозы рәйесе вазифаһында эшләй.

1962—1969 йылдарҙа «Ударник» колхозы рәйесе.

1969—1971 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитеты секретаре,

1971—1985 йылдарҙа КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының 2-се секретаре (хужалыҡ эштәре, производство буйынса яуаплы секретарь).

1993 йылдың 13 майында Ишембай ҡалаһында вафат булған.

Ғаиләһе

Ҡатыны — Хәсәнә Садиҡова, ҡыҙы — Наилә Фәхриева.

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. хәҙерге ишембай районы, Башкортостан Республикаһы

Әҙәбиәт

Ишимбайская энциклопедия. Уфа: «Башкирская энциклопедия», 2015, стр.481

Һылтанмалар