Салауатов Фәттәх Хәсән улы

Салауатов Фәттәх Хәсән улы (рус. Салаватов Фаттах Хасанович 1903 йыл ― 23 май 1992 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Салауатов Фәттәх Хәсән улы 1903 йылда Башҡортостандың Ғафури районы Яугилде ауылында тыуа. Башланғыс белем ала. 1924 йылдан алып Красноусол быяла заводында, 1928 йылдан «Яугилде» колхозы бригадиры, 1930 йылдан рәйесе булып эшләй. 1941 йылда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се гвардия Чернигов кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

Яраланыуы сәбәпле армиянан ҡайтҡас, 1943 йылдан Ерекле ауыл Советы рәйесе, 1947 йылдан «Яугилде» колхозы рәйесе, 1951—1959 йылдарҙаа шул уҡ райондың М.Гафури исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[2]. Ветеран тыуған яғында ерләнгән.