Санников Николай Иванович
Санников Николай Иванович (1919 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Санников Николай Иванович 1919 йылда Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында тыуа. 1941 йылда Өфө ҡалаһының Киров районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 20-се айырым гвардия Һауа һөжүменә ҡаршы дивизионында шофер булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 11 ғинуарында Ремезь районында артиллерия-миномет уты аҫтында автомашинаһының сафтан сыҡҡан моторын тиҙ генә йүнәтә һәм хәрби кәрәк-яраҡтары һәм пушкаһы менән машинаһын имен алып сыға. Гвардия ҡыҙылармеецы Санников Николай Иванович 1944 йылдың 10 февралендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. 1944 йылдың 23 июлендә аҙыҡ-түлек тейәлгән һәм орудие таҡтырылған машинаһы менән юлда барғанда бер ауыл районында һиҙмәҫтән алты дошман танкы килеп инә, Саников машинаһын дошмандың танк уты аҫтында оҫта итеп алып сыға. Бының өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1944)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САННИКОВ Николай Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Санников Николай Иванович 2021 йылдың 27 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)