Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы

Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы (рус. Сарбаев Хужагали Байрамгулович (1913 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Биографияһы

Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномет полкында 1-се батареяның повозочныйы булып хеҙмәт итә[1].

1945 йылдың 23 апрелендә 1-се батареяның повозочныйы Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы Зандхаузен ҡалаһы өсөн һуғышта автоматсылар уты аҫтында һуғыш кәрәк-яраҡтары ташый, үҙенең шәхси ҡоралы менән ике дошман һалдатын юҡ итә. Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. 1985 йылда Сарбаев Хәжағәли Байрамғол улы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә

Һылтанмалар