Сағаан һара
Сағаан һара, Сағаалған (монг. Цагаан сар; бүр. Сагаан һара, Сагаалган; ҡалм. Цаһан сар) — монгол халыҡтарының тантаналы байрамы, ай-ҡояш календары буйынса яҙ башы һәм Яңы йыл. Будданың Яңы йылын — Аҡ ай байрамын — Сағаалғанды — ай календары буйынса тәүге яҙғы айҙың ҡасан етеүен билдәләйҙәр. Ғәҙәттә, ул ғинуар аҙағынан март урталарына тиклем дауам итә. Сағаалғандың тәүге көнө бүрәттәр күп йәшәгән Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә ял көнө тип иғлан ителә: Бүрәт Республикаһында, Байкал аръяғы крайында, шулай уҡ Иркутск өлкәһенең Усть-Орджон Бүрәт округында. Киләһе айҙа халыҡ фестивалдәре, музыка һәм гастрономик фестивалдәр үтә.[1]
Тарихы
Сағаалған байрамы монгол халыҡтарының дини традицияларына барып тоташа, буддистар тарафынан бер нисә мең йыл дауамында билдәләнә. Ул тәбиғәтте һәм кешене яңыртыу, фекерҙәрҙең асыҡ һәм саф булыуы, һәм изге өмөт символы булып тора. Байрамдың исеме монгол һүҙҙәренән килеп сыҡҡан: «Аҡ ай» тәүҙә һөт ризыҡтары байрамы тип иҫәпләнгән. Мал үрсей башлау, һөт ризыҡтары күбәйеү менән бәйле, бөтә байрамдар көҙгөһөн уҙа. Сағаалған — боронғо шаманлыҡ элементтары менән будда йола байрамдарының береһе.[2][3][4][5][6][7][8]
XIII быуатта Сыңғыҙхандың ейәне — Юань династияһының бөйөк ханы Хубилай Яңы йылды байрам итеү ваҡытын астрологик календарь буйынса ҡышҡы айҙарға күсерә һәм байрам көнөн яңы йылдың тәүге яңы айы көнө тип билдәләй. Байрам итеү һәм уҙғарыу йолалары күскенселәр менән Монголиянан Рәсәйгә күсә, ләкин оҙаҡ ваҡыт рәсми рәүештә байрам ителмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төрки халыҡтар уны XX быуат уртаһына тиклем билдәләй. Сағаалғаны һәм уның Рәсәйҙә традицияларын тергеҙеү уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ғына башлана. 1930 йылдарҙа СССР-ҙа Сағаалган байрамы, башҡа дини байрамдар кеүек үк, тыйыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йолалар йәшерен рәүештә ентекле үтәлгән һәм оло быуындан кесе быуынға тапшырыла килгән.[9]
Байрам йолалары, ғөрөф-ғәҙәттрәе
Сағаалғанды байрам итеү ике өлөшкә бүленә: дини һәм көнкүреш. Яңы йыл алдынан төндә ай календары буйынса дацаларҙа (монастырь-университеттар) илаһтар, тыныслыҡ һәм именлек, эштәрендә уңыштар, шулай уҡ мәрхүмдәр иҫтәлегенә доғалар уҡыу хеҙмәттәре үтәлә.
Уҙып барған йылдың һуңғы көнөндә күп кенә будда ғибәҙәтханаларында «дугжууба» тип аталған йола усағы тоҡандырыла. Утта ауырыуҙар, күңелһеҙ хәлдәр, бәлә-ҡазалар һәм яуыз ниәттәр яна тип иҫәпләнә. Аҡ айҙы байрам итер алдынан бүрәттәр өйөн таҙалай, кейемдәрен яңырта, иҫке әйберҙәрҙән ҡотола йәки үткәндәр менән хушлаша.
Сағаалған тәүге яҙғы айҙан башлана. Ул иртә таңдан, ҡояш сығыу менән башлана. Алдағы яҡын йылдарҙа Сағаалған 2024 йылда −10 февралдә, 2025 йылда — 29 ғинуарҙа, 2025 йылда 17 февралдә башланасаҡ.[1]
Был көндө бүрәттәр иртәнге сәғәт 4-5 тирәһендә йоҡонан тора. Риүәйәттәргә ярашлы, нәҡ таң менән, ҡояш сығыу менән, һәр йортҡа илаһтар — Балдэн Лхамо инә һәм йортта йәшәүселәрҙең барыһын да иҫәпләй. Лхамо уянған, кейенгән һәм яңы көндө ҡаршыларға әҙер кешеләрҙе генә һанай. Шуға күрә киләһе йылда даланһыҙ ҡалмаҫ өсөн иртә тороу ғәҙәти хәл. Уянғас, буддистар доға ҡыла, аллаларға хәйер бирә һәм ғибәҙәт тантанаһына юллана. Сағаалғандың икенсе көндө буддистар ғибәҙәтханала «Хий морин» («Ел аттары») әләмдәрен изгеләндерелеү өсөн элә. Ел туҡымала баҫылған доғаны илаһҡа алып бара, тип иҫәпләнә. Аҡ айҙың 20 көнөндә дацандарҙа байрам ғибәҙәте үткәрелә.[1]
Сағаалғанда өлкән туғандарҙы, тәү сиратта ата-әсәләрҙе ҡотлау ҡабул ителгән.
Хәҙерге заманда Яңы йыл көндәрендә аттар сабышы, көрәш буйынса ярыштар, бүрәт уйындары ойошторола. Театрҙарҙа һәм концерт залдарында театрлаштырылған тамашалар һәм сығыштар бара. Халыҡ байрамында мотлаҡ ёхор — бүрәт әйлән-бәйлән бейеүен башҡаралар.[1]
Байрам ризыҡтары
Аш-һыу өсөн малды алдан һуйып әҙерләйҙәр, сөнки байрам көндәрендә быны эшләү тыйыла. Һарыҡ, һыйыр йәки йылҡы ите бешерәләр, буҙа әҙерләйҙәр. Ғәҙәттәгесә, Аҡ айҙа байрам өҫтәлендә һөт ризыҡтары: ҡаймаҡ, эремсек, сыр, ҡатыҡ булырға тейеш. Шулай уҡ Яңы йыл өҫтәлендә ҡан колбасаһы, бухэлеэр, шарбин һәм башҡа традицион бүрәт аш-һыуын күрергә мөмкин. Будда мәҙәниәтендә алкоголле эсемлектәр хупланмай, ә Аҡ айҙа уларҙы бөтөнләй ҡулланмаҫҡа кәңәш ителә.[10][11]
Бүрәт Ҡыш бабайы
Бүрәт Республикаһында балаларҙы Яңы йыл менән әкиәт фольклор персонажы Саған Убугун (Белый Старец — аҡһаҡал) — ҡыштың әкиәт символы ҡотлай. Легендаға ярашлы, Саған Убугун буддаға тиклемге илаһ, аҡ һаҡаллы йөҙ йәшлек ир булып тыуа. Бүрәт мифологияһында уны алла — Ерҙең ҡатыны тип йөрөтәләр. Уның культы монгол телле халыҡтарҙа буддизмға тиклем ике мең ярымдан ашыу йыл элек таралған булған. Саған Убугун ғаиләнең именлеген, ғүмерен, бәхетен, байлығын, ырыуын дауам итеүен, уңдырышлылығын ҡайғырта. Ул — тауҙарҙың, ерҙең һәм һыуҙың хакимы, ҡырағай йәнлектәр, кешеләр һәм йорт хайуандары, ер һәм һыу рухының башлығы. Саған Убугундың айырып торған һыҙаттары — аҡ халат, муйынында тиҫбе, тылсымлы таяҡ, уның осонда крокодил һәм дельфин һыҙаттары булған мифик һыу мөғжизәһе (макара) башы урынлашҡан. Аҡ бабай таяғына ҡағылыу оҙон ғүмерле булыуға юрала. Ул йыл һайын ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен Ҡыш-әсә менән бергә тапшыра. Исеме уның — йорт усағын һаҡлаусы Тугэни Энёкэн, урманда ҡар өйөндә ҡоштарҙы һәм йәнлектәрҙе ҡурсалап йәшәй.[12]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Сагаалган:история и традиция праздника, Агинский национальный музей имени Р. Цыбакова (7 ғинуар 2024).
- ↑ Андросов В. П. Индо-тибетский буддизм. Энциклопедический словарь. — Litres, 2018. — С. 148. — ISBN 978-5-457-70509-8.
- ↑ Tsagaan Sar, The Lunar New Year of Mongolia Архивная копия от 7 ғинуар 2024 на Wayback Machine
- ↑ Tsagaan Sar: The Mongolian Lunar New Year Архивная копия от 7 ғинуар 2024 на Wayback Machine
- ↑ Вслед за солнцем и луной: главные шаманские праздники Архивная копия от 7 ғинуар 2024 на Wayback Machine
- ↑ Как встречали Сагаалган наши предки и как следует готовиться к празднику Архивная копия от 7 ғинуар 2024 на Wayback Machine.
- ↑ Nomads winter: Tsagaan sar — Mongolian Lunar New Year Архивная копия от 9 июнь 2020 на Wayback Machine.
- ↑ Carole Pegg. Mongolian Music, Dance, & Oral Narrative: Performing Diverse Identities. — University of Washington Press, 2001. — С. 129. — 376 с. — ISBN 978-0-295-98030-0.
- ↑ Жанна Идымова. Сагаалган, Аригус.
- ↑ Готовим праздничный стол к Сагаалану (7 ғинуар 2024).
- ↑ Хушуур,боовы, саламат. Готовим праздничный стол к Сагаалгану.
- ↑ Дед Мороз в Бурятии. 7 ғинуар 2024 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Сагаалган:история и традиция праздника, Агинский национальный музей имени Г. Цыбикова.
- Сагаалган:история и традиция праздника, Агинский национальный музей имени Р. Цыбакова (7 ғинуар 2024).
- Бурятский Дед Морозоз