Саҙретдинов Әхмәткамал

Саҙретдинов Әхмәткамал (рус. Садретдинов Ахметкамал) 1895 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, гвардия рядовойы. «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (1944).

Биографияһы

Саҙретдинов Әхмәткамал 1895 йылда Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. 1942 йылдың 19 февралендә Дүртөйлө район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында СССР Дәүләт банкының 1030-се ялан кассаһы һаҡсыһы булып хеҙмәт итә[2]. Саҙретдинов Әхмәткамал хәрәкәттәге армияла 1942 йылдың 12 июненән хеҙмәт итә, ике тапҡыр яралана, беренсе тапҡыр 1942 йылдың 16 июлендә Воронеж янында барған алыштарҙа һул ҡулы яралана, икенсе тапҡыр 132-се гвардия дивизияһы 712-се полкы составында Орел ҡалаһы янында алышта башына ярсыҡ менән яралана. 1944 йылда «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[3].