Селәүсин Закир Мостафа улы

Селәүсин Закир Мостафа улы (рус. Слявчин Закир Мустафиевич 1911 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы

Селәүсин Закир Мостафа улы 1911 йылда элекке Башҡортостандың Йомағужа районының (Күгәрсен районы) Йомағужа ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Йомағужа районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһының 313-се гвардия кавалерия полкы составында һуғыша[1]. Кавалерист. 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһенең Большая Поляна районы (хәҙер Липецк өлкәһенең Тербун районы) территорияһында барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғала[2].

Ғаиләһе

Юғалтыуҙар исемлегендә Селәүсин Закир Мостафа улының Йомағужа районында йәшәгән ҡатыны Селәүсина Миңниса күрһәтелгән.

Һылтанмалар