Семёнова Ульяна Ларионовна
Спорт тормошо
Беренсе тренеры — Даугавпилс районы Медум урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы — Игорь Антонович Спогис.
Үҙәктә тороусы. Буйы — 218 см[3]. Элекке СССР-ҙа иң оҙон буйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе, һирәк осрай торған непатологик гигантизм[4].
1993 йылда Спрингфилд Дан залына, 1999 — Теннесс штатында булдырылған ошондай уҡ Ҡатын-ҡыҙҙар баскетбол залына, 2007 йылда — Испанияла халыҡ-ара баскетбол федерацияһының Дан залына индерелгән.
XX быуаттың иң яҡшы Латвия баскетболисткаһы.
1988—1992 йылдарҙа Латвия НОК-ы вице-президенты. 1991 йылдан Олимпиаданың Латвия социаль фонды рәйесе.
Латвия физик культура дәүләт институтын тамамлай (1973).
Ҡаҙаныштары
- Олимпия уйындары чемпионы — 1976, 1980
- Донъя чемпионы 1971, 1975, 1983
- Европа чемпионы 1968, 1970, 1972, 1974, 1976, 1978, 1980, 1981, 1983, 1985
- СССР чемпионы 1968-73 , 1975-77, 1979-84. СССР чемпионатының көмөш призеры 1974, 1978
- СССР халыҡтары спартакиадаһы V (1971), VI (1975), VII (1979), VIII (1983) еңеүсеһе
- СССР кубогы эйәһе 1969
- Универсиада чемпионы 1973
- КЕЧ эйәһе 1968-75, 1977, 1981—1982
- Лилиан Ронкетти Кубогы эйәһе 1987
- Ленин (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, Өс йондоҙ ордены (Латвиялағы юғары награда), Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 2006) менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ульяна Семенова / Ulyana Semenova: Женщина-легенда советского баскетбола
- ↑ Козина А. Латвия собирает деньги на реабилитацию легендарной баскетболистки — «Российская газета», 5 октября 2007
- ↑ Безъязычный А. [1] — «Спорт-Экспресс», 28 ноября 2006
- ↑ Самый большой человек 2010 йылдың 27 февраль көнөндә архивланған. — biggest.su
Сығанаҡтар
- Генкин Зиновий Аронович. Баскетбол: Белешмә / Авт.-төҙ. З. А. Генкин, Р Е Яхонтов. — М.: Физкультура һәм спорт, 1983. — 224 б.