Сергий Радонежский соборы (Өфө)
Сергий Радонежский соборы, Изге Сергий соборы (рус. Свято-Сергиевский собор) — Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһына ҡараған православие ғибәҙәтханаһы. Өфө ҡалаһының Киров районында урынлашҡан. Ҡаланың иң боронғо һаҡланып ҡалған храмдарының береһе. Революцияға тиклем төҙөлгән, совет осоронда рәсми рәүештә ябылмаған, берҙән-бер Өфө сиркәүе[1]. 1937—1942 йылдарҙа сиркәү ябылмай, дин әһелдәре ҡулға алыныу сәбәпле дини хеҙмәттәр башҡарылмай.
Дөйөм мәғлүмәт
- Конфессия: Рус православие сиркәүе.
- Епархия: Өфө епархияһы.
- Статус: ғәмәлдәге «собор» атамаһын һаөлаған мәхәллә храмы.
- Адресы: Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Бехтерев урамы, 2.
- Ғибәҙәт уҡыу теле: сиркәү-славян теле.
- Настоятель: протоиерей Евгений Александрович Шерышев[2].
Тарихы
- Иртә осор
Сергий тауында урынлашҡан сиркәү тураһында тәүге мәғлүмәттәр XVII быуатҡа ҡарай. Сиркәү-тарихи сығанаҡтарға ярашлы, тәүге ағас сиркәү Өфө ҡалаһын һаҡлау өсөн Мәскәү стрелецтары һәм пушкарҙары тарафынан төҙөлгән. Башта ул Пресвятая Богородицаның Раштыуы хөрмәтенә, Сергий Радонежский (рус.)баш. исеменә бағышланған ҡуш престол менән изгеләндерелгән. Ваҡыт үтеү менән храм Сергий исеме менән атала.
1774 йылда Пугачёв ихтилалы осоронда тәүге сиркәү яндырыла. 1777 йылда икенсе Сергий сиркәүе төҙөлә, ул XIX быуаттың уртаһына тиклем ғәмәлдә була[3].
- Хәҙерге бина
Хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалған өсөнсө храм 1868 йылдың 10 ноябрендә Өфө һәм Минзәлә епискобы Филарет тарафынан изгеләндерелә. Ул бер престоллы, ағас, таш нигеҙҙә төҙөлгән. Архитектураһы буйынса XIX быуаттағы ғәҙәти мәхәллә сиркәүҙәренә хас.
1894 йылда Өфө ҡалаһының беренсе гильдия сауҙагәре Фёдор Ефимович Чижёв аҡсаһына оҫта Трапезников юнып эшләнгән иконостас ҡуйыла. Был иконостас бөгөнгәсә һаҡланып ҡалған.
Храмды төҙөкләндереүгә һәм биҙәүгә XIX быуатта протоиерей Фёдор Троицкий ҙур өлөш индерә. Ул храм өсөн иконалар яҙған, иконостасты һәм киоттарҙы алтын менән ҡаплаған[3][4].
Михаил Нестеров менән бәйләнеш
Сергий соборы рәссам Михаил Нестеровтың рухи тормошонда һәм ижадында мөһим урын биләй. Ул храм өсөн Сергий Радонежскийҙың тормошон сағылдырған ике живопис полотно ижад итә. Тикшеренеүселәр фекеренсә, тап ошо храм рәссамды Сергий Радонежскийға бағышланған картиналар циклы өҫтөндә эшләргә илһамландырған[3].
XX быуат
1933 йылда Воскресение кафедраль соборы һәм башҡа Өфө сиркәүҙәре ябылғас, Сергий сиркәүе Өфө епархияһының кафедраль соборы вазифаһын үтәй башлай.
1937 йылда храмдың бөтә хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән епископ Григорий (Козлов), репрессиялана. 1937—1942 йылдарҙа ғибәҙәттәр үткәрелмәй, әммә сиркәү рәсми рәүештә ябылмай һәм донъяуи маҡсаттарҙа ҡулланылмай.
1942 йылдан ғибәҙәт тормошо тергеҙелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сергий соборы мәхәлләһе фронтҡа һәм яралыларға ярҙам итеү өсөн аҡса һәм матди саралар йыя. 1944 йылда СССР Оборона фондына иғәнә йыйған өсөн мәхәлләгә И. В. Сталин исеменән рәхмәт телеграммаһы ебәрелә[5].
Һуғыштан һуңғы осорҙа Сергий соборы 2016 йылда Пресвятая Богородица Раштыуы соборы кафедраль статус алғанға тиклем Өфө епархияһының төп рухи үҙәктәренең береһе булып ҡала. Артабан Сергий храмына мәхәллә сиркәүе булараҡ «собор» атамаһын һаҡлау ҡарары ҡабул ителә[6].
Хәҙерге торошо
Собор бөгөн дә эшләп тора. Ғибәҙәттәр даими рәүештә башҡарыла. Храм янында йәкшәмбе мәктәбе, социаль һәм хәйриә хеҙмәттәре эшләй, мәғрифәт эшмәкәрлеге алып барыла.
2002 йылдың 3 июненән алып храмда Өфө мөғжизәсеһе, яңыса изгеләндерелгән преподобный Моисей (Чигвинцев) ҡалдыҡтары һаҡлана. Ул 1930-сы йылдарҙан 1982 йылға тиклем ошо храмда хеҙмәт иткән[7].
Рәсми сығанаҡтарҙан хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылдың 26 майында Өфө епархияһы соборы статусы Богородицаның Раштыуа сиркәүенә күсә, ә Изге Сергий сиркәүе үҙенең исемен һаҡлап, мәхәллә соборына әйләнә[7].
- Изге ҡомартҡылар
- преподобный Моисей (рус.)баш. Өфө изгеһенең ҡалдыҡтары ҡуйылған һандыҡ;
- преподобный Сергий Радонежский, преподобный Серафим Саровский, бөйөк шаһит Пантелеимон Целитель ҡалдыҡтары (рус.)баш. менән иконалар;
- боронғо Сергий Радонежский иконаһы[7][1].
Архитектураһы һәм интерьеры
Собор таш нигеҙҙә төҙөлгән ағас бина, ҡыңғыраулы манараһы бар. Интерьерҙың төп элементы — 1894 йылда оҫта Трапезников тарафынан эшләнгән уйма иконостас. Ул Өфө епархияһында һирәк һаҡланып ҡалған иконостастарының береһе. Шулай уҡ храмда М. В. Нестеровҙың живопис әҫәрҙәре һаҡланған[7].
Престол байрамдары
- Преподобный Сергий Радонежский иҫтәлеге — 18 июль һәм 8 октябрь (яңы стиль буйынса);
- Ҡазан Божья Матерь иконаһы байрамы — 21 июль һәм 4 ноябрь[7].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Уфимский храм, который ни когда не закрывался. Сергиевская церковь // SturmAvia - авиация и путешествия. — 22 ноября 2025.
- ↑ Свято-Сергиевский собор г.Уфы | Официальный приходской сайт (билдәһеҙ). ssergy-ufa.cerkov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 Сергиевская церковь Уфы: любимый храм художника Нестерова и репрессированные настоятели. 9 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Уфа, Собор Сергия Радонежского (ru-RU), Соборы.ру. 24 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ Сергиевский собор. Горсовет Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
- ↑ Свято-Сергиевский собор. 9 февраль 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 Свято-Сергиевский собор г.Уфы | Официальный приходской сайт (билдәһеҙ). ssergy-ufa.cerkov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2026.
Әҙәбиәт
- О. В. Васильева, В. В. Латыпова и др. Дорога к храму. История религиозных учреждений г. Уфы. — Уфа, 1993.
- А. Р. Ширгазин. Православные храмы Башкирии. История и архитектура (каталог-справочник) — Уфа: Башкортостан, 1995.
- Уфимская епархия Русской Православной Церкви: справочник-путеводитель / (авт.-сост. Егоров П. В., Рудин Л. Г.). — М, 2005.