Серёгин Леонид Алексеевич

Серёгин Леонид Алексеевич (1 апрель 1944 йыл) — инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2000 йылдарҙа Белорет ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).

Биографияһы

Леонид Алексеевич Серёгин 1944 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет районының Лапышты ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1961 йылда Белорет ҡалаһындағы тимер-бетон изделиелары заводының ағас эшкәртеү цехында балта оҫтаһы булып башлай.[2]

1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтына[3] уҡырға инә һәм 1969 йылда уның сәнәғәт һәм граждан төҙөлөшө факультетын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса уңышлы тамамлай.

1969—1971 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре сафында хәрби хеҙмәттә була.

1971—1977 йылдарҙа «Череповецметаллургстрой» тресында эшләй: прораб, өлкән прораб, баш инженер һәм трестың төҙөлөш идаралығы начальнигы була.

1977 йылда тыуған яғына ҡайта һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Белорецкметаллургстрой» тресында дауам итә. Бында ул 3-сө төҙөлөш идаралығы начальнигы, трестың баш инженеры һәм идарасыһы булып эшләй.

1994 йылдың 25 апрелендә Леонид Алексеевич Серёгин Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән Белорет ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[4] һәм бында 2000 йылғаса эшләй. Ҡала хакимиәте структураһын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле 2000 йылдың 26 июнендә Республикаһы Президенты Указы менән ул был вазифанан бушатыла[5].

2000 йылдан Белорет металлургия комбинатында: капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы, 2002 йылдан — төҙөлөш буйынса директор.

2010—2013 йылдарҙа «Мечел» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Мәскәү) төҙөлөш департаменты директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981)
  • СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985)

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационно-справочное издание.Серёгин Леонид Алексеевич
  3. Хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты
  4. О назначении Серегина Л.А. главой администрации города Белорецка. Указ Президента РБ от 25.04.1994 N УП-199. Информционный портал «Республика Башкортостан» 2019 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2019)
  5. Указ Президента РБ от 26.06.2000 N УП-394 «О главе Администрации города Белорецка Республики Башкортостан»: Освободить Серегина Леонида Алексеевича от должности главы Администрации города Белорецка Республики Башкортостан в связи с реорганизацией Администрации города Белорецка 2019 йылдың 31 март көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2019)

Сығанаҡтар

  • Республика Башкортостан. Кто есть кто. Информационно-справочное издание. — Уфа: Торгово-промышленная палата Республики Башкортостан, 1998. — 363 стр. (рус.)

Һылтанмалар