Сидякин Александр Геннадьевич

Сидякин Александр Геннадьевич (1977 йылдың 17 ноябре, Сегежа[d], Карелия) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2023 йылдан VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет ағзаһы. 2021 йылдың 4 декабренән «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе. «Берҙәм Рәсәйҙең» программа комиссияһының яуаплы сәркәтибе (2022 йылдың февраленән). «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы (2025 йылдан), «Еңеү диктанты» ойоштороусыларының береһе[1][2]. «Берҙәм Рәсәй» партияһының генераль советы президиумы ағзаһы[3].

2018—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе. Депутат Госдумы VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты (2011—2018)[4][5].

Биографияһы

Александр Геннадьевич Сидякин 1977 йылдың 17 ноябрендә Карелияның Сегеже ҡалаһында тыуа.

1999 йылда юриспруденция һөнәре буйынса Тверь дәүләт университетын тамамлай[6].

2006 йылда Рәсәй Хоҡуҡ суды академияһында «Отказ в регистрации и отмена регистрации кандидата (списка кандидатов): Проблемы теории и практики» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Юридик фәндәр кандидаты[7]. Фәнни мәҡәләләр авторы, өс томлыҡ граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлау буйынса суд ҡарарҙары тупланмаһының баш мөхәррире[8].

Карьераһы

Сәйәси эшмәкәрлеге

Партия эшмәкәрлеге

2001 йылда, Коми Республикаһы башлығын һайлағанда, Сидякин ҡатнашлығында, суд ҡарары буйынса республика башлығы вазифаһына фаворит булып һаналған Рита Чистоходованы теркәү кире ҡағыла[9]. 2002 йылда Сидякин Краснодар крайы губернаторын һайлауҙарҙа ҡатнашҡан Петр Пимашковтың һайлау штабында юрист булып эшләй[10].

2002 йылдың октябре — 2002 йылдың майы — Дәүләт Думаһының һайлау ҡануниәте буйынса комиссияһының белгес-эксперты[6].

2003 йылда Рәсәйҙең Пенсионерҙар партияһына (рус.)баш. инә[6]. 2005 йылда Башҡортостанға күсенә һәм Рәсәйҙең Пенсионерҙар партияһының төбәк бүлексәһен етәкләй[6].

Һуңынан «Родина» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе була. Һуңынан был партиялар «Ғәҙел Рәсәй» партияһына берләшә, унда Сидякин 2006 йылдан төбәк бүлексәһе етәксеһе була11[11][12][6].

2007 йылда Дәүләт Думаһына «Ғәҙел Рәсәй» партия исемлегендә беренсе һан менән Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа дәғүә итә, әммә һайланмай[13]. 2007 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауҙарҙа партия исемлегендә беренсе булып тора һәм 20-25 процент «Берҙәм Рәсәйҙе урынынан күсерергә» вәғәҙә итә һәм алдына шул бурысты ҡуя (партияны льготаларҙы тәңкәләштергәне өсөн тәнҡитләй һәм уның халыҡ араһында абруйын юғалта барыуын раҫлай)[14], әммә һайлау һөҙөмтәләре буйынса төбк бүлексәһенең партия исемлеге 3,8 процент ҡына тауыш йыя һәм мандаттарға эйә булмай. 2008 йылда төбәк бүлексәһе вазифаһына ҡабаттан һайлана һәм Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимовҡа оппонент була[15].

Октябрь проспектында — «төнгө күбәләктәрҙең» даими урынында — урам фәхишәлегенә ҡаршы пикеттар ойоштора, уларҙың «ҡанаттарын өҙөргә» вәғәҙә бирә[16].

2003—2006 йылдарҙа үҙе нигеҙләгән «Халыҡ һайлаусыһы» агентлығы" коммерцияға ҡарамаған партнёрлығында башҡарма директор һәм идара итеүсе партнёр вазифаһын биләй. Дүртенсе саҡырылыш Мәскәү ҡала думаһына депутаттар һайлауҙа «Родина» партияһының Мәскәү төбәк бүлексәһенең вәкәләтле вәкилдәренең береһе була[6].

2004 йылда Брянск өлкәһе губернаторы һайлауҙарында суд тарафынан һайлауҙарҙан ситләтелгән губернатор Юрий Лодкин мәнфәғәтен яҡлай[17].

Өфө ҡалаһы һайлау комиссияһы (2005) һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында (2007) эшләй)[6].

2005 йылда Рязань өлкәһе губернаторы Георгий Шпакты һайлау кампанияһын «ҡара касса» аша финанслауҙа ғәйепләү буйынса суд эшендә Дәүләт Думаһы депутаты Игорь Морозовтың вәкиле була[18][19].

Ул ваҡыттағы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа ҡаршы[20] һәм Радий Хәбиров командаһының әүҙем ҡатнашыусыһы тип иҫәпләнә[21], «Рәхимовтың бөтөп барған режимы менән көрәшергә» вәғәҙә итә.

2006—2009 йылдарҙа — «Туймазыстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары булып эшләй[6].

2009 йылда Башҡортостандан китә, партия вәкәләттәрен үҙ теләге менән һала, һуңынан партия сафынан сыға, Мәскәүгә күсенә[6].

2009 йылдан, депутат булып һайланғанға тиклем, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы (рус.)баш. секретары, Коллектив ғәмәлдәр һәм профсоюз хәрәкәтен үҫтереү департамаенты етәксеһе була[22].

2016 йылда «Берҙәм Рәсәй»ҙә өлөшсөләр хоуҡғын яҡлау буйынса эш төркөмөн етәкләй. Төркөм ике йылда 65,5 мең "алданған өлөшсөләр"гә 426 проблемалы торлаҡ объекттарын, шул иҫәптән Татарстанда «МЧС» торлаҡ комплексын төҙөп бөтөргә ярҙам итә[23].

2017 йылдың декабренән — «Берҙәм Рәсәй» генсоветы президиумы ағзаһы[6].

2021 йылдың ноябрендә етәксе вазифаһын ваҡытлыса башҡара башлай, ә шул уҡ йылдың декабрендә партияның XX съезының өсөнсө этабында «Берҙәм Рәсәй» партияһының үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе итеп һайлана[6][24][25].

2021 йылдың декабрендә партияның генераль советы секретары Андрей Турчактың урынбаҫары итеп һайлана[6].

2022 йылдың февралендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең партияның 2021 йылғы һайлауҙарға сығарған халыҡ программаһын тормошҡа ашырыуҙы контролләү буйынса программа комиссияһының яуаплы секретары вазифаһын биләй[6].

Башҡортостан Башлығы хакимиәте

2018—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хакимиәте етәксеһе[6][24]. Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса проект офисы рәйесе була. Республикала БДУ менән ӨДАТУ-ҙы берләштергәндәге низағтарҙы хәл итеү, шулай уҡ донъя кимәлендәге студент кампусын төҙөү идеяһын яҡлау — уның ҡаҙанышы, һуңынан ғына РФ хөкүмәте грант бүлә.

Публицист һәм БР%ҙың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе Шамил Вәлиев әйтеүенсә, «…Сидякиндың Башҡортостан үҫешенә индергән өлөшө миллиардлап һанала. Ул вуз гранттары рәүешендәге 3,5 млрд, вуз-ара кампусҡа — 18 млрд, республиканың 16 бәләкәй ҡалаһында йәмәғәт киңлектәрен булдырыу өсөн 2 млрд. Бынан тыш, уның инициативаһы буйынса төбәтең сәйәси тарихында муниципалитеттар башлыҡтары эшмәкәрлегендә ҡәтғи менеджер КPI-һы индерелә һәм уның кадрҙар составы һиҙелерлек йәшәрә»[26].

Был вазифала Сидякин башҡарған эштәрҙең береһе булып власть вертикален төҙөү һәм төбәк башлығының муниципалитеттар менән бәйләнеше тора[27].

Дәүләт Думаһы

2011 йылдың декабрендә «Берҙәм Рәсәй» исемлеге буйынса (Татарстан төбәк төркөмө) алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[6][28].

Кеше күп йыйылған акциялар үткәргәндә ҡануниәтте боҙған өсөн граждандарға һәм ойошма-предприятиеларға штрафтар күләмен күп тапҡырҙар арттырыу тураһындағы шау-шыу ҡуптарған ҡанун проекты инициаторҙарының береһе. Ҡанун проекты сәйәси йәмәғәтселектә һәм киң мәғлүмәт сараларында төрлө реакция тыуҙыра[29].

2012 йылдың ғинуарынан 2016 йылдың октябренә тиклем Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесе урынбаҫары була[6][28].

2012 йылдың июлендә «Сит ил агенттары» тураһында закон проектын тәҡдим итә, һуңғараҡ «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының барлыҡ депутаттары ла авторҙаш була.

2012 йылдың йәйендә митингылар үткәреү ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштереү инициаторы булып сығыш яһай[30].

Антимагнитский ҡанунына американдарға уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) бала биреүҙе тыйыу тураһындағы төҙәтеү индереүгә ҡаршы булып, ултырыштар залын ташлап сыға. Әммә партиялаштары уның карточкаһы менән тауыш бирә[31].

2013 йылдың 7 авгусында 2014 йылдың 1 июненән илдең барлыҡ һайлау участкаларында ла стационар һәм күсмә тауыш биреү йәшниктәренең үтә күренмәле (ярым үтә күренмәле) булыуын күҙаллаған закон проекты авторы була.

2014 йылдың 31 мартында Сидякин Андрей Красов һәм Игорь Зотов менән властар менән килешелмәгән митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн ҡатыраҡ яза биреү тураһында (статья 212.1) ҡанун проектын индерә. Юғары суд инициативаны хуплай, әммә РФ Хөкүмәте проектты әйтелгән иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып эшләп бөтөрөргә тәҡдим итә[32]. 4 июлдә ҡанун һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителә. 2017 йылда Рәсәй Федерацияһының Конституция Суды РФ Енәйәт кодексының 212.1 статьяһын өлөшләтә Рәсәй Конституцияһына тап килмәй тип таный.

Сидякин Татарстан башлығы вазифаһында «президент» һүҙен ҡалдырыу буйынса һөйләшеүҙәрҙе, республикаларҙың туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса закон проекты буйынса бәхәстәрҙе көйләүҙә ҡатнаша[23][33].

2016 йылда етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[6][28].

2016 йылдың 5 октябренән 2018 йылдың 13 ноябренә тиклем Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары була[6][28].

13 ноября 2018 йылдың 13 ноябрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнеү сәбәпле, депутат вәкәләттәрен һала[34][28].

2021 йылдың 19 сентябрендә федераль округ буйынса (13-сө төбәк кандидаттары төркөмөндә 2-се, Башҡортостан) «Берҙәм Рәсәй» партияһынан VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнаша. Һайлауҙарҙан һуң партия эше хаҡына депутат мандатынан баш тарта. 2023 йылдың 26 сентябрендә Федерация Советына күскән Игорь Кастюкевичтың вакантлы мандатына эйә булып, депутат булып китә. Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет ағзаһы[5].

Юстиция лейтенанты (2014).

Думала эшләү мөҙҙәтендә барлығы 125 закон проекты инициаторы була, уларҙың 50-һе (шул иҫәптән: торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡыты сикләнмәй, торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға ярҙам итеү фондының эше оҙайтыла, 80 йәштән үткән пенсионерҙар капиталь ремонт өсөн иғәнә индереүҙән азат ителә, әсәлек капиталын төҙөлөш һәм йортто ремонтлау өсөн тотоноу рөхсәт ителә федераль закон булып китә[23][33].

Башҡа эшмәкәрлеге

1999 йылдың июленән 2001 йылдың сентябренә тиклем «Консультант» юридик хеҙмәтендә өлкән юрисконсульт булып эшләй, һайлау процестарында махсуслаша[6].

2005—2006 йылдарҙа телекоммуникация бизнесы менән бәйле эштәргә махсуслашҡан «Лекс групп» юридик компанияһының етәксе органдары ағзаһы була[6].

2006 йылдың ғинуарынан декабргә тиклем — Башҡорт дәүләт университеты ассистенты, дәүләт хоҡуғы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы[35][36].

2006—2009 йылдарҙа — илдә медицина быялаһы сығарған иң алдынғы предприятиеларҙың береһе «Туймазыстекло» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары[6][36].

2007 йылдың июленән 2008 йылдың мартынан тиклем — «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе[6][36].

2011 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына (ОНФ) инә. 2012 йылдың ноябренән Волга буйы федераль округында ОНФ-тың координаторы була[6]. 2013 йылдың 15 ғинуарында вазифаһынан алыныуы мәғлүм була. ОНФ вәкилдәре әйтеүенсә, был — планлы ротация[37].

2017 йылдың декабренән — «Берҙәм Рәсәй» генераль советы, президиумы ағзаһы. 2021 йылдың 17 ноябренән 4 декабргә тиклем — «Берҙәм Рәсәй» Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы. 2021 йылдың 4 декабренән — партия Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе. Бер үк ваҡытта 2024 йылдың 14 декабренә тиклем «Берҙәм Рәсәй» генераль советыны секретары урынбаҫары була.

2022 йылдың февраленән — «Берҙәм Рәсәй»ҙең программа комиссияһының яуаплы секретары, 2025 йылдан — «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы, «Еңеү диктанты» ойоштороусыларының береһе[5].

Йәмәғәт ҡарашы

2012 йылдың 26 октябрендә 2011—2013 йылдарҙағы ҡаршылыҡ хәрәкәте символы булған аҡ таҫманы Дәүләт Думаһы трибунаһында аяҡ аҫтына һалып тапай һәм был ғәмәлен түбәндәгесә аңлата: «мин был таҫманы, провокациялар ойошторған кешеләр илебеҙҙе аяҡ аҫтына һалып тапарға теләгән кеүек, аяҡ аҫтына һалып тапарға теләйем». Шулай уҡ депутат ултырыштарға аҡ таҫмалар тағып йөрөгән «Ғәҙел Рәсәй» партияһы депутаттарын да тәнҡитләй[38].

2014 йылдың 11 мартында парламентарий ФИФА-ға, АҠШ-тың ағзалығын туҡтатыуҙы һәм донъя чемпионатында АҠШ-тың йыйылма командаһын ҡатнаштырмауҙы һорап хат ебәрә. Быны ул АҠШ-тың Югославияға, Ираҡҡа һәм Ливияға ҡарата хәрби агрессия алып барыуы менән аңлата[39]. 2014 йылдың март һуңында Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров исеменә мөрәжәғәт ебәрә. Ул Google-дың Рәсәй вәкиллегенең Ҡырымды Украина территорияһы тип күрһәтеүен, шулай уҡ «Microsoft компанияһының Bing электрон карталарын, Ҡырымды Рәсәй менән Украинаның бәхәсле территорияһы тип күрһәткән „Википедия“-ның Рәсәй бүлегенең» Рәсәй ҡануниәтенә тап килеүен тикшереүҙе һорай[40].

2014 йылдың 26 ноябрендә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә Ҡыҙыл майҙанда Louis Vuitton мода йортоноң һандығын урынлаштырыуҙың законлылығын тикшереүҙе һорап яҙа[41].

2015 йылдың авгусында интернет йәмәғәтселеге Петербург троллейбустар паркында коллегалары кондуктор Виктор Лукьяновты үҙ эшенә намыҫлы ҡарағаны өсөн мыҫҡыллауҙары буйынса килеп тыуған шау-шыу буйынса фекер алыша. Һөҙөмтәлә Лукьянов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙа. Тарих йәмғиәттә таралғас һәм был эшкә депутат Сидякин ҡыҫылғас, кондуктор Лукьяновты эшендә тергеҙәләр, эш хаҡын арттыралар, ә уның низағлы коллегаларын эштән бушаталар[42].

2025 йылдың апрелендә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе сифатында 25 апрелдә үткән «Еңеү диктанты» һорауҙарының дүрттән бер өлөшө махсус хәрби операция темаһына ҡағыла, тип белдерә. Диктант майҙансыҡтары 80 илдә эшләй, Рәсәйҙә — 30 мең майҙансыҡта[43].

Ғаиләһе һәм ҡыҙыҡһыныуҙары

Александр Сидякин тау һәм йүгереү саңғыһы, туризм, йөҙөү менән мауыға. 2010 йылда Эльбрусҡа менә, 2012 йылда — Казбекка, 2013 йылда — Килиманджароға[44].

2015 йылдың ғинуарында депутат коллегаһы Олег Савченко менән Антарктидаға сәйәхәткә юллана, Винсон тауы түбәһенә менергә һәм Рәсәй флагын ҡаҙап ҡуйырға планлаштыра. Уңайһыҙ һауа торошона ҡарамаҫтан, депутаттар Рәсәй флагын континенттың иң бенйек нөктәһенә ҡаҙай[45]. Шул уҡ йылда Александр Сидякин һәм крайҙы өйрәнеүсе авторҙар төркөмө «Золотая середина Земли. Крым» китабын сығара[46].

2017 йылдың майында Эвересҡа менә, уның түбәһенә Рәсәй һәм Татарстан флагтарын ҡаҙай[6].

2018 йылда Төньяҡ Американың иң бейек түбәһенә — Денали тауына менә.

Өйләнгән, өс ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй[47].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалы (19 май 2020)[48];
  • Рәсәй Федерацияһының Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Почёт грамотаһы;
  • Почёт ордены (2022)[49];
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының «2013 йылда Ҡазан ҡалаһында XXVII Бөтә донъя йәйге универсиада» иҫтәлекле миҙалына Грамотаһы (2013);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы[6] (6 февраль 2014)[50].

Санкциялар

2022 йылдан Бөйөк Британия һәм Канада санкциялары исемлегендә.

Иҫкәрмәләр

  1. Сидякина утвердили на пост врио главы исполкома "Единой России". РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 17 ноябрь 2021 года.
  2. Президиум Генсовета «Единой России» назначил Александра Сидякина врио руководителя ЦИК партии. er.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 18 ноябрь 2021 года.
  3. Сидякин Александр Геннадьевич. er.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 18 ноябрь 2021 года.
  4. Депутаты. Государственная дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2021. Архивировано 18 ноябрь 2021 года.
  5. 1 2 3 Энциклопедия ТАСС, 2025. Сидякин, Александр Геннадьевич. Депутат Государственной думы
  6. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 Сидякин, Александр Геннадьевич - Персона ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
  7. Сидякин, Александр Геннадьевич. Диссертация на соискание учёной степени кандидата юридических наук. Российская государственная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 26 ноябрь 2019 года.
  8. Сборник (Ч. 3 - Комплект) судебных решений по делам о защите избирательных прав граждан и права на участие в референдуме (Комплект). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
  9. Ольга Палева. Итоги выборов в парламент Коми по Приполярному округу вновь пересмотрены. Комиинформ (21 июль 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 май 2014. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2014 года.
  10. Ъ-Газета — Избирком отдал кандидата суду. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2012. Архивировано 9 ғинуар 2014 года.
  11. Выстрел себе в ногу: единороссы хотят бороться с политическими перебежчиками. Рамблер/спорт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  12. Старые лица о главном. www.kommersant.ru (18 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  13. Постановление ЦИК России «О результатах выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации пятого созыва» от 8 декабря 2007 года № 72/591-5. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
  14. Александр Сидякин: "Мы — последовательные критики «Единой России» МедиаКорСеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2012. Архивировано из оригинала 4 февраль 2013 года.
  15. Ъ-Газета — Президенту Башкирии утвердили противника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2014. Архивировано 19 апрель 2014 года.
  16. Гроза «ночных бабочек» Александр Сидякин теперь борется с протестными акциями «Уфимский Журнал»
  17. Определение Верховного Суда РФ N 83-Г04-22 от 04.12.2004 Заявление об отмене регистрации кандидата на должность губернатора Брянской области удовлетворено правомерно, так как … Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2012. Архивировано из оригинала 24 ноябрь 2013 года.
  18. Парламентская газета :: Архив :: Шпака хотят «заморозить»
  19. Ъ-Газета — Депутат Морозов вскрыл чёрную кассу губернатора Шпака. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2012. Архивировано 26 декабрь 2013 года.
  20. Сидякин поменял ориентацию — МК в Башкортостане (Уфа) МК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2012. Архивировано из оригинала 27 сентябрь 2013 года.
  21. Ъ-Казань — Прокуратура Башкирии заняла сторону оппонента. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2012. Архивировано 27 сентябрь 2013 года.
  22. Сидякин Александр Геннадиевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2020. Архивировано 18 июнь 2020 года.
  23. 1 2 3 Назад, в Башкирию: почему Сидякин станет правой рукой Хабирова? БИЗНЕС Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  24. 1 2 Павел Крайнов. За неделю команду Хабирова покинули два важных чиновника. Объясняем, что происходит в Башкирии. ufa.kp.ru (18 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  25. В Башкирии гадают, кто займет место Александра Сидякина. ufa.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2023.
  26. Александр Сидякин покидает должность руководителя администрации Главы Башкирии. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  27. Что успел Сидякин в администрации главы Башкирии? — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  28. 1 2 3 4 5 Александр Сидякин назначен Руководителем Администрации Главы Республики Башкортостан. glavarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  29. Песков: «Принятый закон о митингах схож с западными аналогами» — Известия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2012. Архивировано 10 июнь 2012 года.
  30. Депутаты предложили сажать за неоднократное участие в несогласованных митингах, Slon.ru 31.03.2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 март 2014. Архивировано 8 декабрь 2015 года.
  31. Александр Сидякин: «Пистолет у виска никто не держал» Законодатели; Московские новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ғинуар 2013. Архивировано 22 ғинуар 2013 года.
  32. Правительство заступилось за рядовых демонстрантов Коммерсантъ 18.04.2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  33. 1 2 «Если бы вы знали, кто позавчера звонил руководству республики…»: почему Сидякин уходит в Москву? БИЗНЕС Online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  34. Госдума досрочно прекратила депутатские полномочия Александра Сидякина. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  35. Башкирский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
  36. 1 2 3 Из Москвы в Уфу: Сидякин стал руководителем администрации главы Башкирии. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  37. Александра Сидякина вывели с «Фронта», «Коммерсант», № 5 (5036), 15.01.2013. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2013. Архивировано 15 ғинуар 2013 года.
  38. Единорос растоптал белую ленту на трибуне Госдумы. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  39. Единорос попросил ФИФА оставить американцев без ЧМ по футболу. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2019. Архивировано 2 апрель 2019 года.
  40. Google в России обяжут указывать Крым как субъект РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2014. Архивировано 17 апрель 2014 года.
  41. Запрос по «чемодану» на Красной площади. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2015. Архивировано 6 апрель 2015 года.
  42. "Лучшего кондуктора Петербурга" вернули на работу после вмешательства депутата. 3 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  43. ТАСС, 3 апреля 2025. Четверть вопросов «Диктанта Победы» в 2025 году будут касаться СВО. Диктант пройдёт 25 апреля
  44. Официальная биография Сидякина А. Г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 2 ғинуар 2014 года.
  45. Депутаты Савченко и Сидякин установили российский флаг на самой высокой точке Антарктиды. 3 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  46. Депутат написал книгу о Крыме в ответ тем, кто запугивает туристов. 3 сентябрь 2015 тикшерелгән.
  47. У руководителя администрации главы Башкирии родился сын. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2013. Архивировано из оригинала 2 ғинуар 2014 года.
  48. Указ Президента Российской Федерации от 19.05.2020 № 330 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2020. Архивировано 22 май 2020 года.
  49. Экс-главу администрации Радия Хабирова Александра Сидякина наградят орденом Почета. www.kommersant.ru (1 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2023.
  50. Распоряжение Президента Российской Федерации от 06.02.2014 г. № 26-рп. 06-02-2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июнь 2025.

Тема буйынса өҫтәмә