Сиражетдинов Ғилметдин

Сиражетдинов Ғилметдин (рус. Сиразетдинов Гильмутдин 1908 йыл йәки 1905[сығанаҡ 1858  көн күрһәтелмәгән] — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. 1943 йылдың 14 ноябрендә хәбәрһеҙ юғала.

Биографияһы

Сиражетдинов Ғилметдин 1908 йылда хәҙерге Башҡортостандың Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1942 йылдың авгусы) Федоровка районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында минометчик булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 14 ноябрендә Белоруссия ерҙәрендә барған ҡаты һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Юғалтыуҙар исемлегендә Сиражетдинов Ғилметдиндың ҡатыны Ғилминур Сиражетдинова күрһәтелгән[2].

Һылтанмалар