Смирнова Галина Дмитриевна
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1925 (99 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тыуған урыны |
|
Галина Дмитриева Смирнова (1925) — СССР ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).
Апаһы — В Д. Гришина.
Биографияһы
Галина Дмитриевна Смиронова 1925 йылдың 11 октябрендә Кострома өлкәһенең Воробьево ауылының крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1936 йылдан Смироновтар ғаиләһе Караваево ҡасабаһына күсеп килеп йәшәй, бөтә ғаилә урындағы тоҡомсолоҡ совхозының баҫыусылыҡ бригадаһына эшкә урынлаша.
1941 йылда Г.Д. Смирнова фермаға эшкә күсә һәм йөк ташыусы булып эшләй, ә 1942 йылда киләсәктә Социалистик Хеҙмәт Геройы Е.И.Грехованың бригадаһында һауынсы булып эшләй. 1947 йылдан баҫыусылыҡ бригадаһында уның бер туған һеңлеһе В. Д. Смирнова ла эшләй башлай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 25 авгусындағы указы менән «8 һыйырҙан 202 килограмм һөт майы менән 5207 килограмм һөт алғаны һәм хеҙмәттәге юғары күрһәткестәре өсөн» Галина Дмитриева Смирнова Ленин орденына лайыҡ була.
СССР Юғары Советы Президиумының 1949 йылдың 12 июлендәге указы менән «Йылына 8 һыйырҙан уртаса 219 килограмм һөт майы менән һәр һыйырҙан 5645 килограмм һөт алып, малсылыҡта юғары продуктлылыҡ алғаны өсөн» Галина Дмитриева Смирноваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1966 һәм 1977 йылда СССР Юғары Советы Президиумының указы менән «Юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн» Смирнова Галина Дмитриеваға Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм «Почёт Билдәһе» ордены тапшырыла.
Пенсияға сыҡҡандан һуң Кострома өлкәһенең Караваево ҡасабаһында йәшәй.
Наградалары
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (12.07.1949)
- Ике Ленин ордены (25.08.1948, 12.07.1949)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
- Почет Билдәһе ордены (1977)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1.06.1945)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» мигҙалы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Герои Социалистического Труда Костромского района: 1948-1974 гг.: к 85-летию образования Костромского района, 1928-2013 гг. / Н. А. Зонтиков, В. А. Головкина, Н. Н. Перемышленникова, Е. М. Цыпылова; редкол.: Н. А. Зонтиков (сост., ред.) и др. ; Администрация Костромского муниципального р-на Костромской обл. - Кострома : ДиАр, 2014 г. — 368 с. — ISBN 978-5-93645-048-8
- 11 октябрҙә тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР-ҙа тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр