Смирнова Екатерина Алексеевна
Биографияһы
Екатерина Алексеевна Смирнова 1996 йылдың 4 авгусында Марий Эл Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында тыуған[1]. Өлкән спорт карьераһын 2008 йылда башлай[2][3].
Спорт карьераһы
2014 йылдың февраль айында Сыктыкварҙа Көнсығыш Европа Кубогында тәүге тапҡыр сығыш яһай, 10 километрға классик йөрөш менән 51-се урынды, һәм 27-се урынды спринтта биләй.
2018/19 йылдар миҙгелендә Көнсығыш Европа Кубогының дөйөм зачетында 16-сы урынды биләй һәм унлыҡта өс финиш күрһәтә
2019 йылдың марты башында Красноярск ҡалаһында Ҡышҡы Универсиадала өс шәхси ярышта өс көмөш миҙал яулай. 2019 йыл Универсиадаһында эстафета командаһы составында еңеүсе була.
2019 йылда саңғы ярышы буйынса Рәсәй йыйылма командаһының төп составына индерелә[4]. 2019 йылдың 29 ноябрендә саңғы ярыштары буйынса Донъя Кубогына этаптарҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Смирнова Екатерина Алексеевна. www.flgr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2020.
- ↑ СМИРНОВА Екатерина Алексеевна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2020.
- ↑ Смирнова Екатерина Алексеевна. csp72.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2020. 2020 йылдың 24 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Лыжница Екатерина Смирнова о сборной России: «Доказала себе, что могу бороться на равных». www.marpravda.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2020.
Һылтанмалар
- Екатерина Смирнова — профиль на сайте FIS.