Соловейкин Егор Зиновьевич

Соловейкин Егор Зиновьевич (1909 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945).

Биографияһы

Соловейкин Егор Зиновьевич сығышы менән хәҙерге Башҡортостандың Благовещен ҡалаһынан. 1943 йылда Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һауа һөжүменә ҡаршы 20-се айырым гвардия дивизионының 1-се эскадронында ездовой булып хеҙмәт итә[1].

Батырлығы

Пулемет бричкаһының ездовойы булараҡ 1945 йылдың 16 февралендә Браллентин ауылы өсөн һуғышта дошман пехотаһы атакаһын кире ҡағыу ваҡытында ҡыҙылармеец Соловейкин Егор Зиновьевич бричка менән аттарҙы ташлап китмәй, шәхси ҡоралы менән атаканы кире ҡағыуҙа әүҙем ҡатнаша, һөҙөмтәлә алты немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Был ҡыйыулығы өсөн ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

1945 йылдың 28 февралендә яуҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Соловейкин Егор Зиновьевич III дәрәжә Дан ордены менән наградлана[3].

Соловейкин Егор Зиновьевич 1945 йылдың 29 сентябрендә демобилизациялана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Һылтанмалар