Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы
Йәүҙәт Тәлғәт улы (рус. Яудат Талгатович Султанаев; 1948 йылдың 19 июле, Орск ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе) — СССР һәм Рәсәйҙең математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001), атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023).
Биографияһы
Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы 1948 йылдың 19 июлендә Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһында тыуған.
1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1974 йылда «физика-математика фәндәре кандидаты», 1989 йылда «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған. 1990 йылдан — профессор.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре (2001). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010)[2].
Башҡорт дәүләт университетында уҡыу эштәре буйынса проректор була (2001).
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
Дифференциаль операторҙарҙың спектраль теорияһы, дифференциаль тигеҙләмәләрҙең асимптотик теорияһы.
Ярым сикләнмәгән сингуляр дифференциаль операторҙар спектрҙарының үҙенсәлектәрен өйрәнелә. Стильтьес үҙгәртеүҙәре өсөн теореманың ике яҡлы тауберҙары ҡуйыла.
Сингуляр дифференциаль операторҙарҙың спектраль шәлкеменә характеристика биреү өйрәнелә.
Баҫмалары исемлеге
- А. М. Ахтямов, В. А. Садовничий, Я. Т. Султанаев. Обратные задачи Штурма-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями. — М.: Изд-во Московского университета, 2009, тир. 1000 экз, ISBN 978-5-211-05557-5.
- Асимптотика спектра обыкновенных дифференциальных операторов в вырожденном случае. Дифференциальные уравнения. −1982. -Т. 18. — № 10.
- Об индексах дефекта и спектре неполуограниченного оператора Штурма-Лиувилля. ДАН СССР. −1984. -Т.276. -№ 5. Об индексах дефекта и спектре одномерных сингулярных дифференциальных операторов в вырожденном случае // ДАН СССР. −1985. -Т.284. -№ 3.
- Асимптотика решений обыкновенных дифференциальных уравнений в вырожденном случае // Труды семинара им. И. Г. Петровского. 1988. Вып. 13. С. 36-55.
- Об оценке отрицательного спектра оператора, полуограниченного снизу // Математические заметки. −1991. -Т. 50. -Вып. 6.
- Асимптотическое поведение решений сингулярного уравнения Штурма-Лиувилля // Доклады РАН. −1994. -.Т. 335. -№ 6.
- Обратная задача Штурма-Лиувилля. Теорема единственности и контрпримеры // Докл. Академии наук. 2006. Т. 411, № 6. С. 747—750 (в соавт.).
- Разрешимость обратной задачи Штурма-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями // Там же. 2007. Т. 412, № 1. С. 26-28 (в соавт.).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1997).
- Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2001),
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010)
- Рәсәй Федерацияһы Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
- Салауат Юлаев ордены кавалеры (2023).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
- ↑ Указ президента РФ № 572 от 13 мая 2010 года(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 2 апрель 2026)