Солтанбаев Шәрифйән Дәүләтбай улы
Биографияһы
1924 йылдың 12 июлендә Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1933 йылда атаһын тимерсе итеп Кейекбайға ебәргәс, Солтанбаевтар ғаиләһе күсенеп китә. 1936 йылда Кейекбай башланғыс мәктәбен тамамлай. 1938 йылда комсомол сафына инә. 1939 йылда Әтек ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай һәм Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8 класына уҡырға инә. Ярты йыл уҡығас, колхозға хисапсы итеп ҡуялар.
1942 йылдың 17 авгусында Бөйөк Ватан һуғышына китә алына. Сталинград, Воронеж, Дон һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша. Хәрби званиеһы — сержант. Төньяҡ Донец, Днепр, Көньяҡ Буг, Днестр, Мурешеп һәм Сергет йылғаларын кискәндә ҡатнаша. Карпат, Трансильвания тауҙарында, Курск дуғаһында Яссы-Киженев группировкаларында барған һуғыштарҙа ҡатнаша.
1947 йылдың 30 апрелендә демобилизациялана. 1947—1950 йылдарҙа Мәндәғолда, Әтектә уҡытыусы булып эшләй. 1951—1961 йылдарҙа РК КППСС-та бүлек мөдире булып эшләй.
1984 йылдан пенсияға сыҡҡансы Таң гәзите редакцияла хәбәрсе, пионерҙар йортонда директор, радиотапшырыуҙар бүлегендә, урман хужалығында, дәүләт страховкалау инспекцияһында эшләй.
Шәрифйән Дәүләтбай улы 2001 йылда үлеп ҡала. Иҫке Собханғол ауылында ерләнгән.
Ғаилә
Ҡатыны Ғәфүрә менән 8 малай тәрбиәләп үҫтерәләр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- III дәрәжә «Дан» ордены,
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «Будапештты алған өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Сығанаҡтар
Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.