Станко Анастасия Романовна
Анастасия Романовна Станко (укр. Анастасія Романівна Станко; 1986 йылдың 8 авгусы, Нижнев[d], Ивано-Франковск өлкәһе) — украин журналисы, телевидение алып барыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Громадское телевидение» тапшырыуының баш мөхәррире (2020 йыл).
Биографияһы
Анастасия Романовна Станко 1986 йылдың 8 авгусында Ивано-Франковск өлкәһенең Нижневе ҡалаһында тыуған. Бала сағында журналист йәки археолог булырға хыялланған[1]. «Пласта» скаут ойошмаһы ағзаһы, «Пласта» Киев ячейкаһының пресс-секретары[2].
Иван Франко исемендәге Львов дәүләт университетының журналистика факультетын (2008) тамамлай. Беренсе курста курсташтары менән берлектә студенттарҙың «13» гәзитен ойоштора[3]. Икенсе курстан Львовта «Эко Радиола» эшләй башлай, «Бергә» телеканалы ойоштороуҙа ҡатнаша. Бишенсе курста «Ровно 1» телеканалы менән хеҙмәттәшлек итә башлай. 2008 йылда Киев ҡалаһына күсенә, «Беренсе милли» каналдың журналисы була. 2011 йылда ТВі журналисы була. «Стоп цензуре!» хәрәкәте ағзаһы[4].
2013 йылда «Громадское телевидение» проектын ойоштороусыларының береһе була[5]. «Громадское радио» проектын төҙөү өҫтөндә эшләй[6]. 2013 йыл сентябрендә «Генплан» авторлыҡ программаһын алып бара башлай[7]. 2013 йылдың ноябрендә Польшала әҙерлек үтә[8].
Евромайҙан ваҡытында Киевта уҙған ваҡиғалар трансляцияһын алып бара[9][10]. 2014 йылдың майында «Демократик альянс» партияһын хуплауы тураһында белдерә[11]. 2014 йыл башынан Украинаның көнсығышында ҡораллы конфликт башланыу менән хәрби хәрәкәт зонаһындағы ваҡиғаларҙы яҡтырта[12]. 2014 йылдың 14 июнендә Станконы Луганск өлкәһенең Меловое ҡасабаһы янында Рәсәй сик һаҡсылары ҡулға ала[13]. Өс сәғәт үткәндән һуң журналисты ебәрәләр[14]. Бынан һуң Украинаның Прокуратураһы журналист Анастасия Станконы законһың ҡулға алыуҙары һәм профессиональ эшмәкәрлегенә ҡамасау яһағандары өсөн тикшереү башлай[15].
2014 йылдың 1 июлендә Станко һәм оператор Илья Безкоровайныйҙы Луганск Халыҡ Республикаһы вәкилдәре ҡулға ала[16]. Журналистарҙың юғалыу факты буйынса Украинаның Эске эштәр министрлығы енәйәт эше аса[17]. Украина Президенты Петр Порошеко Станко һәм Илья Безкоровайныйҙы азат итеү өсөн барыһын да эшләргә ҡуша[18]. ОбСЕ вәкиле Дуня Миятович яуаплы кешеләрҙе кисекмәҫтән журналистарҙы аза итергә саҡыра[19]. ЛНР вәкилдәре һүҙҙәре буйынса, журналистар шпионлыҡ эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына[20]. Икенсе көнөнә өс эре Рәсәй телекомпаниялары етәкселәре Олег Добродеев (ВГТРК), Константин Эрнст (Беренсе канал) һәм Владимир Кулистиков (НТВ) ЛНР етәкселегенә «Громадское телевидение» журналистарын иреккә сығарыу өсөн үтенес менән мөрәжәғәт итә[21]. Һөҙөмтәлә ЛНР башлығы Валерий Болотов журналистарҙың иреккә сығарылыуы тураһында хәбәр итә[22].
2014 йылдың 10 ноябрендә Станко «Громадское телевидение» йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы итеп алына[23]. 2015 йылдың май айында «Громадское телевидение» ойошмаһының программа советы составына инә[24]. 2015 йылдың июнендә «Хеҙмәттәре өсөн» дәүләт орденынан баш тарта[25][26]. «Стоп цензуре! Граждане за свободные страны» конкурсының жюри составына инә[27].
2016 йылдың 8 июлендә АТО штабы матбуғат үҙәге Украина хәүефһеҙлек хеҙмәтенән Украина Ҡораллы Көстәренең хәрби объекттарын урынлаштырыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе таратыуы өсөн хәрби хәрәкәттәр зонаһында Анастасия Станко, Константин Реуцкий һәм Юлия Полухинаның аккредитацияһын туҡтатыуҙы һорай[28]. 2016 йылдың 29 авгусында Станко һәм Реуцкийға аккредитация тергеҙелә[29].
2020 йылдың апреленән — «Громадское телевидение» проектының баш мөхәррир урынбаҫары [30]. 2020 йылдың авгусында «Громадское телевидение» проектының берләштерелгән редакцияһын етәкләй[31].
Фильмдары
2015 йылда Анастасия Станко Александр Жеребко менән бергә «Битва за „Октябрь“» фильмында төп ролде башҡара. Фильм «86» кинофестивале программаһының финалисы була[4].
Ангелина Карякина менән бергә Евромайҙан тураһында «20 февраля. Излом» һәм «Амнистия» фильмдарын төшөрә[32][33]. «20 февраля. Излом» фильмы Mezhyhirya fest-2016 фестиваленең «профессиональ тикшереү» номинацияһында премия ала[34].
«Тайный изолятор СБУ» фильмы баҫмаһынан һуң Украина территорияһындағы йәшерен төрмәләр тураһындағы Анастасия Станконың мәғлүмәттәре «Миротворец» сайты базаһына индерелә[35].
Йоғонтоһо
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Телепресса фавориты (2014 — өсөнсө урында)[37]
- Украинаның оборона министрлығының рәхмәт хаты ( 30 май 2017 йыл)[38]
- Матбуғат азатлығы өсөн журналистарҙы яҡлау комитеты премияһы (2018)[39]
- Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар-медиа-фондынан журналистикала ҡыйыулығы өсөн премия (2019)[40]
Шәхси тормошо
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мусаева – балерина, Станко – археолог, МакГаффи – бармен. Параллельная реальность украинских журналистов.detector.media (6 июня 2015).Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Тікайте в "Пласт" від пожеж, убивств і Тимошенко (укр.). oldvideo.detector.media(26 января 2013).Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Відома франківчанка Анастасія Станко. Біла ворона чи журналістика як покликання. (укр.) (26 апрель 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ 1 2 Людей завжди складно обманути, якщо вони думають (укр.) (6 июнь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ «Громадське ТБ»: «Все гірше, ніж ви думаєте, але надія є» (укр.) (14 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Українські журналісти працюють над запуском «Громадського радіо» (укр.) (17 июль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Настя Станко розповіла про свій «Генплан» на «Громадському радіо» (укр.) (27 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Про те, чому більшість українських журналістів хоче до Євросоюзу (укр.) (14 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ На роботу як на… службу. Як стрімери готуються до своїх трансляцій (укр.).detector.media(4 февраля 2014).Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ «Громадське ТБ»: реальный протест в реальном времени.detector.media (20 января 2014). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ YouTube сайтында Анастасія Станко: Я підтримую Демократичний Альянс
- ↑ Долженкова Інна.Війна. Жіночий погляд (укр.). detector.media(1 июля 2014). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Настя Станко зникла на російському кордоні (ОНОВЛЕНО) (укр.).detector.media (14 июня 2014). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Станко затримали за те, що вона нібито на метр перейшла кордон з Росією. Журналістку вже відпустили (укр.).detector.media(14 июня 2014). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Розпочато розслідування за фактом затримання російськими прикордонниками журналістки «Громадського ТБ» (укр.). detector.media (18 июня 2014).Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Настя Станко та Ілля Безкоровайний з «Громадського ТБ» захоплені представниками ЛНР (ДОПОВНЕНО) (укр.) (1 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Столична міліція почала розслідувати зникнення Станко та Безкоровайного (укр.) (1 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Президент доручив зробити все необхідне для якнайшвидшого звільнення заручників-журналістів (укр.) (1 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Дуня Міятович закликала звільнити журналістів «Громадського ТБ» (укр.) (1 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Станко та Безкоровайний затримані терористами «за шпигунство на користь української армії» - ЛНР (укр.) (1 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Российские телеканалы попросили ЛНР освободить украинских журналистов (2 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Журналистку "Громадського ТБ» Настю Станко отпустили боевики ЛНР (укр.) (2 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ «Громадське ТБ» замінило Мустафу Найєма в програмній раді Кірою Толстяковою (укр.) (10 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Романа Скрыпина сместили с поста руководителя «Громадського ТБ» (27 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Станко, Гуменюк, Задорожний, Левін, Стек відмовилися від президентського ордену «За заслуги» (укр.) (5 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Непотрібні ордени від Президента? (укр.) (6 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Оголошено переможців 4-го Міжнародного конкурсу «Стоп цензурі! Громадяни за вільні країни» (укр.) (17 сентябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ СБУ просят приостановить аккредитацию журналистов, засветивших позиции сил АТО (8 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ СБУ поновила акредитацію журналістам «Громадського» Станко та Реуцькому (коментар Горчинської) (укр.) (30 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ «Громадське» створило об’єднану редакцію (укр.) (2 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Настя Станко очолила редакцію hromadske (укр.) (5 август 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Долженкова Інна. Фільм «20 лютого. Злам». Сумління Насті Станко (укр.) (24 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Долженкова Інна. «Амністія». Нестерпна правда про Майдан (укр.) (22 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Mezhyhirya fest-2016 назвав імена найкращих журналістів-розслідувачів (укр.) (7 июнь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ «Миротворець» хоче запроторити журналістку Станко до «секретної в’язниці СБУ для представників Amnesty International» (укр.) (28 март 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ #63 Анастасия Станко в рейтинге «самых влиятельных женщин Украины по версии журнала Фокус». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Андрій Цаплієнко став володарем премії «Фаворит телепреси – 2014» (+ результати голосування експертів) (укр.). detector.media (22 октября 2014). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Закусило Мар'яна. «Громадське» засуджує цькування Оксани Гаврилюк і Насті Станко: «Ми думаємо над більш системною, організованою реакцією спільноти» (укр.). detector.media (14 июня 2017). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Настя Станко та ще троє іноземних журналістів отримали Міжнародну премію за свободу преси (укр.). detector.media (21 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Рябоштан Іра. Дві українські журналістки стали лауреатками премії за сміливість у журналістиці (укр.). detector.media (10 июля 2019). Дата обращения: 8 марта 2021.
- ↑ Родители Насти Станко открыли памятник Героям Небесной сотни (ФОТО) (24 ноябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ Анастасія Станко та Ілля Безкоровайний одружились (укр.) (25 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
- ↑ У Насті Станко народився син (укр.) (2 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2021.
Һылтанмалар
- Скибицкая Юлиана. Сексизм, стеклянный потолок и буллинг. Почему в Украине женщинам-журналистам опаснее работать, чем мужчинам (20 октябрь 2020).