Степахина Светлана Викторовна
Степахина Светлана Викторовна (30 июнь 1999 йыл) — Рәсәй ватерполисткаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры[1], һыу полоһы буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар милли йыйылма командаһы ағзаһы. Ханты-Мансы ҡалаһының «ВК Югра» клубы өсөн сығыш яһай. I Европа уйындары еңеүсеһе, 2019 йылғы Йәйге Универсиаданың бронза призеры.
Биография
Светлана Викторовна Степахина 1999 йылдың 30 июнендә тыуған, 12 йәшенән Түбәнге Новгород ҡалаһының «Буревестник» клубы өсөн сығыш яһай башлай, ярыштарҙа ун өсөнсө һан аҫтында уйнай.
Шәхси һөҙөмтәләре
- Рәсәй-Ҡытай уйындарының еңеүсеһе — 2015 йыл, Иркутск ҡалаһы.
- Европа Беренсе Олимпия уйындарында еңеүсе — 2015 йыл, Баҡы ҡалаһы.
- Лонъя беренселегендә ҡыҙҙар араһында өс тапҡыр еңеүсе — 2016 — Окленд (Я. Зеландия); 2017 — Афина (Греция); 2019 — Фуншап (Португалия).
- 2017 йылда Рәсәй Кубогының көмөш призеры.
- Силәбе ҡалаһында Силәбе өлкәһе Губернаторы Кубогының бронза призеры (Рәсәй) 2017 йыл.
- Мини һыу полоһы буйынса 2018 йылда Рәсәй чемпионатының чемпионы.
- ХХХ Йәйге Универсиадала Неаполь ҡалаһында (Италия) 2019 йылда — бронза призер .
Сығанағы: https://www.csp-ugra.ru/profil/stepakhina-svetlana-viktorovna/ 2018 йылдың 21 октябрь көнөндә архивланған. «Рәсәйҙәң спорт йыйылма командалары әҙерләү үҙәге»