Суфыйәхмәтов Абдрахман
Биографияһы
Суфыйәхмәтов Абдрахман 1901 йылда хәҙерге Башҡортостандың Ғафури районы Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].
1942 йылдың 22 июлендә ҡыҙыу һуғыштар барған Курск өлкәһенең Тербуны районында батырҙарса һәләк була. Курск өлкәһенең (хәҙер Липецк өлкәһе) Большая Поляна районындағы (Тербун районы) Икенсе Тербуны ауылында туғандар ҡәберлегендә ерләнә. Юғалтыуҙар исемлегендә ҡылыссы Суфыйәхмәтов Абдрахмандың Ғафури районы Яңы Ҡыуарҙы ауылында йәшәгән ҡатыны Суфыйәхмәтова Ямал күрһәтелгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СУФИАХМЕТОВ Абдрахман (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
- Память народа. Суфиахметов Абдрахман. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2021)
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 818883 Дело ист. информации: 1750