Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы
Биографияһы
Сәйфуллин Мәғәфүр Сәйфулла улы 1917 йылда хәҙерге Башҡортостандың Белорет ҡалаһында тыуа. 1940 йылдың 10 июлендә Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 294‑се кавалерия полкының 4-се ҡылыссылар эскадронында кавалерист булып хеҙмәт итә. Яуҙа һәләк була, Курск өлкәһенең Лобановка ауылында ерләнә (хәҙер Липецк өлкәһе, РФ)[1]
1942 йылдың 28 июненән алып 14 июленә тиклем барған алыштарҙа Сәйфуллин батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Үҙенең шәхси ҡоралы менән егермегә яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Бының өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЙФУЛЛИН Магафур Сайфуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Сайфуллин Магафур Сайфуллинович. Документы о награждении (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)