Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы
Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы (1922 йыл — 6 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
Биографияһы
Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы 1922 йылда хәҙерге Башҡортостандың Балаҡатай районында тыуа. 1941 йылда Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 101-се айырым ат-артиллерия дивизионының орудие ҡороусыһы булып хеҙмәт итә[1]. 1942 йылда дошман беҙҙең частар оборонаһының алғы һыҙығына яҡын килеп батареяның утлы һыҙығына бик көслө артиллерия уты аса. Алышта Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (1942)[2]. 1942 йылдың июлендә ошо тиң булмаған һуғышта Сәлимгәрәев Хизбулла Зарифулла улы һәләк була. Курск өлкәһенең Борки ауылында ерләнә (хәҙер Липецк өлкәһе, РФ)[3]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САЛИМГАРЕЕВ Хизбулла Зарифуллинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Салимгареев Хизбулла Зарифуллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Список безвозвратных потерь 112-ой Башкирской кавалерийской дивизии
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Слава башкирских конников / Авт.-сост. Ф. Н. Вахитов, Н. И. Камалова. —С 47 Уфа: Китап, 2005. — 276 с: ил.