Сәлимов Карам Сәлим улы

Сәлимов Карам Сәлим улы (рус. Салимов Карам Салимович) (1905 йыл — 27 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой.

Биографияһы

Сәлимов Карам Сәлим улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы Еремйә ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Тәтешле район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].

Сәлимов Карам Сәлим улы фронтта 1942 йылдың 27 июлендә һәләк була. Курск өлкәһе (хәҙер Липецк өлкәһе) Большая Поляна районының Озерки ауылында ерләнә[2][3].