Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы (19 март 1909 йыл — 17 февраль 1995 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой. Ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945, 1985)[1]

Биографияһы

Сәлихҡолов Әғзәм Ғибат улы 1909 йылдың 19 мартында хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Әмин ауылында уҡытыусы булып эшләй[2]. 1941 йылдың октябрь айында Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 275-се кавалерия полкының 76-мм полк артиллерияһында орудие ҡороусыһы, 31-се айырым танкҡа ҡаршы истребителдәр бригадаһында, 230-сы армия запас уҡсылар полкында минометсы булып хеҙмәт итә[3]. Яугир 1945 йылдың ноябрендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 25 йыл Әмин мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

Ветеран 1995 йылдың 17 февралендә вафат була.

Һылтанмалар