Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы
Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы (1919 йыл — 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының миномет батареяһында мина килтереп йөрөүсеһе, гвардия ҡыҙылармеецы[2]. 1945 йылдың февралендә яуҙа хәбәрһеҙ юғала.
Биографияһы
Вәлиәхмәт Тимербай улы Сәғитов 1919 йылда хәҙерге Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуа. 1940 йылда Стәрлебаш район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 58-се гвардия кавалерия полкының миномет батареяһында мина килтереп йөрөүсе булып хеҙмәт итә. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителгән батырлығы тураһында тасуирламаһында былай тип яҙыла:
| «Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы 1944 йылдың 23 июлендә Новоселки ауылы өсөн барған һуғышта дошмандың көслө уты аҫтында үҙенең расчетына миналар ташыны. 1944 йылдың 25 июлендә бер дошман һалдатын әсирлеккә алды»[3] |
. Сәғитов Вәлиәхмәт Тимербай улы 1945 йылдың февралендә яуҙа хәбәрһеҙ юғала[4][5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944).
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/26-lichnyj-sostav-divizii/bukva-s/1655-sagitov-valiakhmat-timirbaevich?Itemid=104
- ↑ САГИТОВ ВАЛИАХМЕТ ТИМИРБАЕВИЧ|ТИМЕРБАЕВИЧ 2021 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Память народа. Сагитов Валиахмет Тимербаевич. Картотека награждений
- ↑ Шаймуратовцы. САГИТОВ Валиахмат Тимирбаевич
- ↑ Донесения о потерях. Сагитов Валиахмет Тимербаевич
Һылтанмалар
- САГИТОВ ВАЛИАХМЕТ ТИМИРБАЕВИЧ|ТИМЕРБАЕВИЧ 2021 йылдың 4 июнь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Память народа. Сагитов Валиахмет Тимербаевич. Картотека награждений (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)
- Шаймуратовцы. САГИТОВ Валиахмат Тимирбаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июль 2021)