Сәғитов Әхтәм Сибәғәт улы

Сәғитов Әхтәм Сибәғәт улы (1901 йыл — 1943 йыл, февраль) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].Рядовой.

Биографияһы

1901 йылда хәҙерге Мәләүез районы Ергән ауыл Советы Юлдаш (Үрге Юлдаш) ауылында тыуған. 1941 йылдың 2 декабрендә Мәләүез район военкоматы тарафынан армияға алынған[2]. 1943 йылдың февралендә, тимәк дошман тылына Дебальцево районына рейд ваҡытында, Луганск өлкәһе аша рейдтан сыҡҡанда хәбәрһеҙ юғалған. Рядовой.

Адресы: п/п 1927 в.ч.139

Ғаиләһе

Улы — Әхмәтйән Сәғитов.

Хәтер

Вариҫтары Әхтәм Сибәғәт улын онотмай. Мәүсилә Сәғитова, Әмин Сәғитов, Гөлнур Мәғизова һәм Нурия Байсурина ярҙамы менән Сәғитовтар «Ауыл тарихы — йөҙҙәрҙә» тигән Сәғит Сөләймәнов нәҫеле тураһында китап баҫтырып сығарған.