Сәғәҙиев Фәтҡул Сәғәҙи улы
Сәғәҙиев Фәтҡул Сәғәҙи улы (рус. Сагедеев Фаткул Сагадеевич 1903 йыл — 22 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Биографияһы
Сәғәҙиев Фәтҡул Сәғәҙи улы 1903 йылда элекке Башҡортостандың Маҡар районы (Ишембай районы) Күҙән ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Маҡар район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. 1943 йылдың 22 февралендә Украинаның Ворошиловград өлкәһе Юлино-2 станцияһы янында яуҙа һәләк була. Ҡыҙылармеец Сәғәҙиев Фәтҡул Сәғәҙи улы Украина ССР-ы Луганск өлкәһенең ҡала тибындағы Городище ҡаласығында ерләнгән[2].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. САГАДЕЕВ Фаткул Сагадеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Сагедеев Фаткул Сагадеевич. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
Сығанаҡтар
- Источник информации: Книга Памяти Украины. Луганская обл. Том 18 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)