Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы
Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (рус. Мурзабулатов Сулейман Шангареевич; 15 апрель 1890 йыл — 9 ғинуар 1931 йыл) — беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре. 1919 йылдың июненән 1920 йылдың апреленәсә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1918 йылдан РКП (б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
Сөләймән Шәңгәрәй улы Мырҙабулатов 1890 йылдың 15 апрелендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе[1] Абҙан ауылында тыуған.
1918 йылдан РКП(б) ағзаһы. 1919—1920 йылдарҙа Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы (БашЧК) етәксеһе вазифаһын башҡара, Башревком ағзаһы була.
1920 йылдың апрелендә Тамьян-Ҡатай кантонына партия эшенә ебәрелә.
1920 йыл 19 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡандан һуң, уның менән ризалашмау хаҡындағы РКП(б) өлкә комитетына тәғәйенләнгән ғаризаға башҡалар менән бер рәттән ҡул ҡуя.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының урындағы партия органдарына ҡаршы ҡораллы көрәшенә етәкселек итә.
1920—1923 йылдарҙа БАССР хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссары ярҙамсыһы, артабан игенселек халыҡ комиссары була.
1923 йылдың майында «солтанғәлиевселектә» һәм милләтселектә ғәйепләнеп, биләгән вазифаһынан бушатыла һәм йәшәргә Мәскәүгә күсерелә. Унда урам һепереүсе булып эшләй.
1926 йылда Башҡортостанға ҡайтырға рөхсәт ала. Йылайыр кантонында, «Сельпромсоюзда» эшләй, колхоз, ауыл советы рәйесе була. 1930 йылдың июлендә СССР ОГПУ коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. Төрмәлә үлә. 1988 йылда аҡлана.
Хәтер
- Башҡортостандың Ейәнсура районы Абҙан ауылы мәктәбе Сөләймән Мырҙабулатов исемен йөрөтә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы.
- ↑ МОБУ СОШ с. Абзаново
Әҙәбиәт
- Гумеров Г. Х. «Башкиропомощь» и «Башмомгол» // Октябрьская революция и рождение Советской Башкирии. — Уфа, 1959
- Сайранов Х. С. Упрочение Советской власти в Башкирии. — Уфа, 1957
- Ахметзаки Валиди Тоган. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. книга 1-я. — Уфа, 1994
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мурзабулатов Сулейман Шангареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2025)