Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы

Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы (рус. Бурзян-Тангауровское восстание) — 1920—1921 йылдарҙа Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер, Тамьян-Ҡатай һәм Үҫәргән кантондары биләмәһендә булған ҡораллы күтәрелеш.

Ихтилалдың сәбәптәре

Совет властарының хәрби коммунизм сәйәсәтен ғәмәлгә индереү һәм 1920 йылдың июнендә Башҡортостан хәрби-революцион комитетының 1‑се составын отставкаға ебәреүгә ризаһыҙлыҡ төп сәбәп була. 2‑се составтағы Башревкомдың, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының АСБР‑ҙа башҡорттарҙы властың юғары органдарынан сығарыуға ҡаршы булған Бөрйән-Түңгәүер кантонынан Эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының 1‑се съезында ҡатнашыусыларҙың бер өлөшөн ҡулға алыу ҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

1920 йылдың 19 майындағы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы декретын башҡорттар ҡабул итмәй һәм шулай уҡ үҙәк властарға ҡаршы партизан һуғышының төп сәбәбе булып тора[1].

Хәрби хәрәкәттәр барышы

Автономия биләмәһендә советтарға ҡаршы башҡорт ҡораллы баш күтәреүселәр отрядтары формалаша башлай — бындай ваҡиғалар 1918 йылда Өфө, Пермь һәм башҡа губерналарҙа ла була. Күрше губерналарҙан айырмалы рәүештә, Башревкомдың элекке составы айырым эске сәйәсәт алып бара. Мәҫәлән, республикала продразвёрстка (рус.)баш. ойошторолмай, әммә Башревкомдың яңы составы һайланғандан һуң ул киң уҙғарыла башлай, был күп һанлы ҡораллы низағтарға килтерә. Улар элекке ревком яҡлыларҙы эҙәрлекләү менән тура килә. Һөҙөмтәлә 1920 йылдың йәйендә үҙәге АБСР-ҙың көньяҡ-көнсығышында булған (Бөрйән-Түңгәүер, Тамъян-Ҡатай, Үҫәргән кантондарында) күмәк ихтилалдар күтәрелә, ә сентябрҙә, уларҙың яңы усаҡтары барлыҡҡа килеү менән бәйле, тағы ла биш кантонда хәрби хәл индерелә. Баш күтәреүселәрҙең төп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә. Уларҙы баҫтырыуға В. Е. Поленов етәкселегендәге Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы отрядтары ебәрелә. Баймаҡҡа килеп еткәс, улар хәрби диктатура урынлаштыра, урындағы власть органдарын ҡыуып тарата һәм, «бандиттар» тип атап, «башҡорттар хәрәкәтенә ҡаршы көрәш» иғлан итә. ЧК отрядтары тарафынан Бөрйән-Түңгәүер кантон башҡарма комитетының 10 ағзаһы судһыҙ атып үлтерелә, шулай уҡ тарихсылар билдәләүенсә, тыныс халыҡҡа ҡарата репрессиялар һәм язалау осраҡтары булған.

Июль—августа С. Ш. Мырҙабулатов, Ф. Б. Мәғәсүмов, Х. Ғ. Унасов, Ә. Ғ. Ишмырҙин, Ғ. Я. Амантаев, Ғ. Айытбаев, З. Ғәлин, М. Мостафин, М. М. Рәсүлев, М. Сәғитов, Ф. Юламанов һәм башҡалар ҡораллы төркөмдәр ойоштора, улар сентябрҙә Башҡорт Ҡыҙыл Армияһына берләшә. Командующийы итеп Ф. Б. Мәғәсүмов һайлана, 1‑се дивизия начальнигы — Х. Ғ. Унасов, 2‑се дивизияныҡы — Ф. Юламанов, Революцион хәрби совет рәйесе — С. Ш. Мырҙабулатов, штаб начальнигы Б. Ланин була.

Баш күтәреүселәрҙең төп талаптары:

  • РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ағзаларын властан ситләтеү;
  • Башревкомдың 1‑се составтағы элекке ағзаларын хөкүмәткә кире ҡайтарыу;
  • уның Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советынан бойондороҡһоҙ булыуы;
  • хәрби коммунизм сәйәсәтен бөтөрөү һ.б.

Полктарға бүленгән һәм хатта X. Унасов етәкселегендәге дивизияға берләшкән баш күтәреүселәр отрядтарының һаны 3 мең кешегә етә. Тамъян-Ҡатай кантонының төньяғында Фәтҡулла Мәғәсүмов отряды хәрәкәт итә, уның һаны 3 меңгә етә. Отряд бер нисә тапҡыр Златоусҡа һәм башҡа заводтарға һәм тораҡтарға һөжүм итә. Белорет районында — 4 000 кешелек баш күтәреүселәр отряды, Асҡар ауылы тирәһендә — 1 мең кеше, Байназар эргәһендә 1 мең самаһы кеше йыйыла һ. б.

Улар совет учреждениеларына, аҙыҡ‑түлек отрядтарына һөжүм итә. 1920 йылдың 1 авгусында Темәскә ғәскәр менән килгән Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты, РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы вәкиле В. Е. Поленов һәм Дезертирлыҡ менән көрәш комиссияһы рәйесе М. Руденко урындағы власть органдарының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтата. Контрреволюцияға ҡаршы көрәш буйынса хәрби совет төҙөлә һәм Бөрйән-Түңгәүер кантонында хәрби хәл индерә. Башҡорттарҙы күпләп ҡулға алыу һәм язалау башлана.

1920 йылдың 10 сентябрендә Тамъян-Ҡатай кантоны башҡарма комитеты ултырышында яңыраҡ Польша фронтынан ҡайтҡан комбриг М. Л. Мортазин ҡатнаша. Ул кантон сиктәренән бөтә рус язалау отрядтарын сығарырға, баш күтәреүсе башҡорттарҙы амнистияларға, яуаплы вазифаларға башҡорт хеҙмәткәрҙәрен тәғәйенләргә һәм махсус тәфтиш комиссияһын булдырырға тәҡдим итә[2].

Сентябрь—октябрҙә Тамъян-Ҡатай кантонының Айыуһаҙы, Ҡотой, Күсем, Мораҡай һәм Юламан тораҡ пункттары янында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы, Республика эске һаҡ ғәскәрҙәре (рус.)баш. менән алыштарҙа баш күтәреүселәр еңелә. 1920 йылдың 26 ноябрендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм П. Н. Мостовенко етәкселегендәге РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитеты вәкилдәре һәм башында С. Ш. Мырҙабулатов торған баш күтәреүселәр етәкселәренең бер өлөшө килешеү төҙөй. Уға ярашлы Башҡорт Ҡыҙыл Армияһы Реввоенсоветы бөтөрөлә, ирекле рәүештә ҡорал һалған баш күтәреүселәргә амнистия гарантиялана. Башҡорттарға ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепләнеүсе В. Е. Поленов, М. Руденко һәм башҡалар енәйәт яуаплылығына тарттырылырға тейеш була.

1920 йылдың 9 декабрендә Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты президиумы һәм өлкә комитеты Үҫәргән кантонындағы яңы ихтилалды баҫтырыу өсөн Симонов етәкселегендә отряд ебәрә.

1921 йыл башына ихтилалда ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡорал һала. 1921 йылдың яҙында уларҙың бер өлөшө Ғ. Я. Амантаев һәм Ф. Б. Мәғәсүмов етәкселегендә Охранюк-Черский баш күтәреүселәр хәрәкәтенә ҡушыла.

Ихтилал йомғаҡтары

Килешеүҙәргә ярашлы, 1920 йылдың декабрендә В. Е. Поленов, М. Руденко, А. Биксурин, М. Курочкин, С. Йылҡыбаев, Х. Кәримов һәм башҡаларҙы Стәрлетамаҡ төрмәһенә ябалар, ә 1921 йылдың 5 февралендә Е. В. Поленовты тағы ла 6 коммунист-командир менән бергә үҙәк ВЧК ҡарамағына ебәрәләр. БашЧК рәйесе И. Д. Каширин «ғәйепләүҙәр — башҡорт милләтселәре уйлап сығарған уйҙырма» тип белдерә. 1921 йылдың 11 мартында был эш буйынса хөкөм ҡарары иғлан ителә: «Поленовтың һәм башҡаларҙың атып үлтереү, талау һәм башҡа енәйәттәре иҫбатланмаған». Улар тиҙҙән азат ителә.

Ихтилал етәкселәренең күбеһе репрессияларға дусар ителә һәм атып үлтерелә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, баш күтәреүселәр хәрәкәте барышында хәрби отрядтар тарафынан 10 000 башҡорт үлтерелә[2].

Дөйөм алғанда, 1920—1921 йылдарҙағы баш күтәреүселәр хәрәкәте Башҡорт автономияһының дәүләт-хоҡуҡи хәленә һиҙелерлек төҙәтмәләр индерә алмай, әммә үҙәк властар яғынан ҡайһы бер ташламаларға өлгәшелә.

Иҫкәрмәләр

  1. Давлетшин Р. А. Крестьянское повстанческое движение в 1918—1921 гг.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — 672 с. — С.349—350.
  2. 1 2 Повстанческое движение башкир во второй половине 1920 — начале 1921 гг. на юго-востоке Башкортостана. web.archive.org (21 сентябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Книга первая: В лагере контрреволюции (1918 - февраль 1919). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2009. — 200 с.
  • Зарипов А. Б. Юго-восточный Башкортостан 1917 – 1922 гг.. — Уфа, 2001. — 213 с.
  • Сафонов Д. А. Великая крестьянская война 1920—1921 гг. и Южный Урал. — Оренбург: Оренбургская губерния, 1999. — 314 с.

Һылтанмалар

  • Статья в Башкирской энциклопедии
  • Давлетшин Р. А. Крестьянское повстанческое движение в 1918—1921 гг.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996. — 672 с. — С.349—350.