Талипов Нәжип Талип улы
Талипов Нәжип Талип улы (1912 — 23 февраль 1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец[1][2].
Биографияһы
Талипов Нәжип Талип улы 1912 йылда Башҡорт АССР-ның Мишкә районы Мәүлит ауылында тыуған. Өйләнгән, тормош иптәше Зөбәржәт Мөхәмәтзыя ҡыҙы[3]
Хәрби юлы
Ҡыҙыл Армия сафына Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Данлыҡлы 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Ул 60-сы ҡылыссылар гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1943 йылдың февралендә Украинаның Луганск өлкәһе Юлино Ворошиловград станцияһы (хәҙерге Днепропетровск өлкәһе) янында рейдта ҡатнаша. Был рейд та күп кенә ҡыҙылармеецтар хәбәрһеҙ юғала. Улар араһында Талипов Нәжип Талип улы ла була[4]. Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы, уның командиры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы ла ошо ҡаты бәрелештә һәләк була. 1943 йылдың 23 февраленән хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Талипов Нажип Талипович
- ↑ Слава башкирских конников. Талипов Нажип Талипович-Страница 155 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Участник ВОВ Талипов Нажип Талипович
- ↑ Донесение о потерях. Талипов Нажип Талипович
- ↑ Дорога Памяти Талипов Н. Т. 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
Сығанаҡтар
- Талипов Нажип Талипович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Донесение о потерях. Талипов Нажип Талипович (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)