Талица (ҡала)

ТалицаРәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Талица районы һәм Талица ҡала округының административ үҙәге.

Географияһы

Ҡала Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Пышма йылғаһының уң яҡ ярында (Обь йылғаһы бассейны), Екатеринбургтан көнсығышҡа табан 219 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[1]. Талица Төмәндән көнбайышҡа табан 131,7 километр алыҫлыҡта ята.

Ҡала янында ғына шул уҡ атамалағы бальнеологик курорт урын алған. Төп тәбиғи дауалау факторҙары: составында субтермаль (+26 °C) хлорлы натрий, йод-бром булған эсәр һыу дауалау өсөн ҡулланыла (дауалау-эсәр һыу булараҡ, шешәләргә лә тултырыла һәм «Талица һыуы» тип атала). Шулай уҡ аш һеңдереү органдары ауырыуҙарын дауалағанда минераль һыу һәм Маян күле төбөнән алынған сапропель батҡаҡ ванналары тәҡдим ителә. Һыу менән дауалау бүлеге бар.

Талица ҡалаһы климаты уртаса-һалҡын. Яуым-төшөм күп, хатта ҡоро айҙарҙа ла ямғыр йыш була. Кёппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса — бында дымлы континенталь климат.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса максимум, °C −12 −9,6 −1,4 8,5 16,8 21,9 23,7 20,8 14,3 4,6 −3,6 −8,9 6,2
Уртаса температура, °C −16 −14,5 −6,7 3,1 10,3 15,6 17,8 15,0 9,4 1,3 −7 −12,6 1,3
Уртаса минимум, °C −20 −19,4 −12 −2,2 3,9 9,3 12,0 9,3 4,6 −1,9 −10,4 −16,3 −3
Яуым-төшөм нормаһы, мм 34 24 23 37 46 71 93 73 64 54 46 36 601
Сығанаҡ: Климат Талицы

Тарихы

undefined

1732 йылда ҙур булмаған шәхси вино-һыра ҡайнатыу предприятиеһы янында барлыҡҡа килгән ҡасаба. Был предприятиены Төмән сауҙагәрҙәре Г. һәм П. Переваловтар аса. 1774-1779 йылдарҙа императрица Екатерина Икенсенең күрһәтмәһе буйынса атап үтелгән шәхси предприятие урынына Талица ҡаҙна вино ҡойоу заводы төҙөлә. Һуңыраҡ ҡасаба халҡы заводтан 7 генә саҡрымда үткән Себер тракты һалыуға йәлеп ителә. XIX быуат башына Талица заводы Рәсәйҙәге иң ҙур вино ҡойоу заводы булып китә һәм йылына 100 меңдән ашыу биҙрә вино эшләп сығара.

Ҡасаба Пермь губернаһының Ҡамышлы өйәҙе составына инә.

XIX быуат башында Талицанан нисә саҡрым алыҫлыҡта Поклевска тимер юл станцияһы асыла. Был станцияға уға нигеҙ һалыусы — билдәле коммерсант А. Ф. Поклевский-Козелл хөрмәтенә уның исеме бирелә. Уның тураһында күренекле урыҫ классигы Н. Мамин-Сибиряк "П-ский" псевдомы аҫтында үҙенең «Һуңғы келәймә» хикәйәһендә телгә ала.

1942 йылдың 19 июнендә Талица эшселәр ҡасабаһына район буйһоноуындағы ҡала статусы бирелә.

1963 йылдың 1 февралендә Талица ҡалаһы Талица ауыл районы составына индерелә[2].

Этимологияһы

Талица һүҙе төрки телендәрендәге таллыҡ һүҙенә барып бәйләнә[3]

Халҡы

Халҡы иҫәбе
1959[4]1967[5]1970[6]1979[7]1989[8]1992[5]1996[5]
17 24817 00018 33518 22219 88820 10019 800
1998[5]2000[5]2001[5]2002[9]2003[5]2005[5]2006[5]
19 60019 40019 30018 86018 90018 80018 700
2007[5]2008[5]2009[10]2010[11]2011[5]2012[12]2013[13]
18 70018 60018 46016 22516 20016 10016 135
2014[14]2015[15]
16 08116 105
5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
1970
1998
2005
2010
2015

2019 йылдың 1 ғинуарына Талица Рәсәй Федерацияһыындағы 1115[24] ҡала араһында ҡала халҡының һаны буйынса билдәле генә урынды биләй алмай[25].

Иҫтәлекле урындары

  • Н. И. Кузнецов исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү музейы;
  • «Пышма янындағы ҡарағайлыҡ» Милли парк була, әммә тәбиғәт музейы ябыла;
  • Советтар союзы геройы Николай Иванович Кузнецовтың мемориаль музейы;
  • Петропавлов сиркәүе (XIX быуат уртаһы);
  • Поклевский-Козеллдарҙың элекке йорто (1890-сы йй.);
  • Н. И. Кузнецов һәйкәле (1990-сы йылдар башында Украинаның Львов ҡалаһынан күсереп алып ҡайтыла).

Сәнәғәте

Ҡалала Биохимик заводы (эшләмәй), «Талицлес» берекмәһе, полиэтилен торбалар етештереү буйынса «ТЕХСТРОЙ» заводы, Талица-ҡалас комбинаты, ҡош-ҡорт инкубатор станцияһы, Талица баҫылған аяҡ кейемдәре фабрикаһы «Метелица», « Талица һөт фермалары» ЯСЙ-һы — һөт продукцияһы етештереү буйынса завод, вино ҡойоу заводы (емерелгән) ҡала халҡын эш менән тәьмин итә.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 6060 экз. С. 815.

Иҫкәрмәләр

  1. [ http://wp.wiki-wiki.ru/wp/index.php/%D0%A2%D1%83%D1%80%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%B0%D1%8F_%D1%80%D0%B0%D0%B2%D0%BD%D0%B8%D0%BD%D0%B0]
  2. ipravo.info. Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчиненности районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал. ipravo.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2018. Архивировано 20 май 2018 года. 2018 йылдың 20 май көнөндә архивланған.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 303-сө бит.
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 Народная энциклопедия «Мой город». Талица (город)
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.