Таш скульптуралар паркы

Таш скульптуралар паркы (рус. Парк каменных скульптур) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылында Ағиҙелдең һөҙәк ярында урынлашҡан парк. Уны эшләү инициаторҙары — рәссам Илфир Хәйруллин менән уның ярҙамсыһы, отставкалағы подполковник Валерий Глухов.

Тарихы

Ағиҙел ярындағы Ҡыҙҙар тауында таш скульптуралар паркын булдырыу идеяһы менән Илфир Хәйруллин бала саҡтан хыяллана һәм хаҡлы ялға сыҡҡас, 2018 йылда[1] уны тормошҡа ашыра башлай. Иң элек текә ярҙа 160 баҫҡыс эшләй, сөнки хәҙерге парк урынына төшөү бик ауыр була. Таштарҙы ерҙән ҡаҙып сығаралар. Был эштә рәссамдың ауылдашы Александр Исаев ярҙамға килә — ябай көрәк менән таш ҡаҙа.

Муниципаль район хакимиәте, пенсионерҙың инициативаһын хуплап, ул перфоратор һәм болгарка ҡуллана алһын өсөн, тауға ут үткәрә. Битараф булмаған ауылдаштары ҡулланыу материалдары һәм әҙер фигураларҙы һыу йыуып алып китмәһен өсөн эшкәртеү материалы алырға аҡса бирә.

Тәүге фигуралар пәйҙә булғас, коммерсант йәш егеттәр йыйылышып, тимер баҫҡыс ҡуя.

Скульптуралар

Иң беренсе объект — йоҡлап ятҡан бесәй була. Һуңынан — аждаһа, крокодил, балаһы менән фил барлыҡҡа килә. Башҡорт халыҡ әкиәте геройы Ҡамыр батыр тыуа. Шулай уҡ кобраны, йылмайыусы тәлмәрйенде, атты һәм Кушнаренко ауылының ике символын — һары турғай менән арыҫланды ла күрергә мөмкин[2].

Таш һындарҙан тыш паркта нержавейканан эшләнгән фигуралар — ике торна уртаһындағы яҡтыртҡыс, музыкаль сулпы, сусҡа-копилка бар[3].

Киләсәктә ҡаяла башҡорт халыҡ әкиәттәре геройҙарын һынландырыу планлаштырыла.

Туристик объект

Таш скульптуралар паркында эш тамамланмаһа ла, бында урындағы халыҡ та, ситтән дә туристар күпләп килә. Рәссам раҫлауынса, ял һәм байрам көндәрендә 400 самаһы кеше була[2]. 2021 йылда Туту.ру. юл йөрөү һәм сәйәхәт сервисы илдең ғәҙәти булмаған арт-объекттарын асыҡлау буйынса Бөтә Рәсәй конкурсын иғлан итә. Унда Кушнаренконың Таш скульптуралар паркы 43 процент тауыш йыйып, финалға үтә[4].

Маршрут

Кушнаренко районы территорияһынан Мәскәү-Өфө (М-7/«Волга») федераль трассаһы үтә. Өфөнән таш һындар паркына төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә Тарабирҙе аша барырға һәм Кушнаренкола Октябрҙең 70 йыллығы урамына сығырға кәрәк. Артабан Ҡыҙҙар тауына Красноармейск, Юрьев, Горная һәм Садовая аллея урамдары аша барып етергә мөмкин. Парк эргәһендә ысын самолет бар һәм унда машинаны ҡалдырып, бер аҙ йәйәү барырға кәрәк. Өфөнөң көньяҡ автовокзалынан Кушнаренкоға тиклем автобустар даими йөрөп тора[5][3]. Юлға ике сәғәттән ашыу ваҡыт китә. Артабан ауыл буйлап 3,5 километр самаһы үтергә кәрәк.

Иҫкәрмәләр

  1. Парк каменных скульптур. 2 (8 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  2. 1 2 Художник-селянин из Башкирии вытесал в скале чудо-фигуры, и парк у реки стал сакральным местом (16 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  3. 1 2 Каменный парк Кушнаренково (9 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  4. Ангелина Танич. Парк каменных скульптур в селе Кушнаренково стал лучшим среди необычных арт-объектов (29 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.
  5. Яна Базекина. Каменная сказка и рассветы в горах: куда отправиться отдохнуть в Башкирии на длинные октябрьские выходные (4 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 июнь 2025.

Һылтанмалар

Категориялар