Тербун районы
Тербун районы — Рәсәй Федерацияһы Липецк өлкәһенең көньяҡ-көнбайышындә урынлашҡан административ-территориаль берәмек (район) һәм муниципаль берәмек (муниципаль район).
Административ үҙәге — Тербуны ауылы.
Географияһы
Майҙаны 1170,07 км² (райондар араһында 12-се урын биләй). Райондың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 32 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 51 км.
Район территорияһы ҡалҡыулыҡлы, тигеҙһеҙ, ер өҫтө йырындар, йылғалар менән киҫелгән, йылға үҙәндәре күп һанлы убаларға бай. Тупраҡ япмаһы: көньяҡта типик тупраҡтан һәм төньяҡта салат тупраҡтан (тоҙлолоғо бөтөрөлгән тупраҡ) ғибәрәт. Эрозия процестары бик көслө.
Төп йылғалар — Олым, Олымчик һәм Кобылья Снова. Күл-быуалар, урман майҙандары бик аҙ.
Район өс өлкә менән сиктәш: Орел (Ливен районы). Курск (Касторка районы), Воронеж (Семилуки районы) һәм Липецк өлкәһенең үҙендә — Долгоруков, Задонье, Хлевенск һәм Воловка райондары менән.
Тарихы
Район 1928 йылдың 30 июлендә Үҙәк-Ҡара тупраҡлы өлкә (ЦЧО) составында ойошторола. (1930 йылға тиклем Ельцы округына инә). 1934 йылдың 31 декабрендә Воронеж өлкәһе составына инә, 1935 йылдың 18 ғиуарынан — Курск өлкәһенә. 1954 йылдың 6 ғинуарында Липецк өлкәһе булдырылғандан һуң, уның составына индерелә.уның составына индерелә.
Административ-муниципаль ҡоролошо
Тербун районы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда
Библиография
- А. А. Голубев. Край родной. Липецк, 1999;
- Ҡалып:Книга:Земля Липецкая
- Крутые ступени. Сост. — С. Т. Безлепкин. Елец, 1997;
- Ҡалып:Книга:Липецкая энциклопедия
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Закон Липецкой области от 28.04.2010 № 382-ОЗ «Об административно-территориальном устройстве Липецкой области и порядке его изменения»
- ↑ Закон Липецкой области от 02 июля 2004 года N 114-ОЗ «О наделении муниципальных образований в Липецкой области статусом городского округа, муниципального района, городского и сельского поселения»