Тотманов Рәдис Нурислам улы
Рәдис Нурислам улы Тотманов (рус. Радис Нурисламович Тутманов; 1953 йылдың 5 авгусы, Ишмырҙа, Башҡорт АССР-ы) — совет бейеүсеһе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Биографияһы
1953 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған[1].
1974 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын, 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәте университетын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.
1975—1995 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй[2], 1992—1993 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында хореография уҡыта, 1996—2000 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһы балетмейстеры, 2002—2004 йылдарҙа — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы педагог-балетмейстеры.
Хореограф булараҡ, ансамблдә «Башҡорт егеттәре бейеүе» («Джигитовка»), «Рус бейеүе» һ. б. бейеүҙәрҙе ҡуйған.
Тотманов Рәдис Нурислам улы Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР-ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә һәм Сыуаш АССР-ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша.
СССР һәм донъя буйлап яҡынса 20 илдә гастролдә була[1].
Бейеүҙәре
- «Бөркөткә һунар уйыны»;
- «Бүләк»;
- «Гөлнәзирә»;
- «Дуҫлыҡ»;
- «Еҙ үксә»;
- «Тимербайҙың улдары»;
- «Өс туған» һәм башҡалар[1].
Ғаиләһе
• Ҡатыны — Ася Тотманова, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1984) һәм халыҡ артисы (1989);
• Балалары: Кондратьева Альбина (Тотманова) һәм Ғәлиә Тотманова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988)Һ
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2013)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 З. И. Кудашева. Тотманов Рәдис Нурислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Артисты ансамбля имени Файзи Гаскарова. gaskarov-ensemble.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
Һылтанмалар
- З. И. Кудашева. Тотманов Рәдис Нурислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=33233 2014 йылдың 5 март көнөндә архивланған.