Тотманова Ася Валентиновна
Тотманова Ася Валентиновна (5 ноябрь 1954 йыл) — бейеүсе. 1971 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт концерт залының «Гранде» бейеү ансамбленең балетмесйтер‑ҡуйыусыһы һәм бер үк ваҡытта етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Бөтә Рәсәй смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).
Биографияһы
Ася Валентиновна Тотманова 1954 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған[1].
1975 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡортостан республика мәҙәни-ағартыу училищеһын (артабан Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы) тамамлай.
Эш урыны: 1970 йылдан башлап Сухуми ҡалаһында "Шаратын" абхаз халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй, 1971 йылдан алып - Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан – "Нефтсе" мәҙәниәт йортоноң "Гранде" бейеү ансамбленең етәксеһе һәм балетмейстр-ҡуйыусыһы.
Тотманова Ася Валентиновна Башҡорт академия драма театрында Н. Асанбаевтың "Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта" (“То в молодости, то в старости”) спектакленә бейеүҙәр ҡуя.
Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һəм Татар (1989) АССР‑ҙарында үткəрелгəн Башҡортостан əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə, Сыуаш АССР‑ындағы БАССР мəҙəниəте көндəрендə (1981) ҡатнаша. СССР һəм сит илдəр (Германия, Испания, Италия, Чехословакия, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдəрҙə була. Йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Бөтә Рәсәй смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).
Репертуары
"Бишбармаҡ" (“Бишбармак”), “Бүләк” (“Подарок”), “Һыу буйында” (“У ручья”), "Гопак", татар бейеүе "Яҙғы ағым", мари бейеүе "Кис ҡапҡа төбөндә", рус бейеүе "Кадриль", грек бейеүе "Сиртаки".
Ғаиләһе
• Ире: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы - Рәдис Тотманов
• Балалары: Кондратьева Альбина ( Тотманова ) һәм Ғәлиә Тотманова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1984)
• Йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәренең Бөтә Рәсәй смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТОТМАНОВА Ася Валентиновна (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2024)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТОТМАНОВА Ася Валентиновна (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2024)