Троицк убаһы

Троицк убаһы (шулай уҡ Троица ҡалҡыулығы; рус. Троицкий холм — Өфө ҡалаһының Иҫке Өфөләге Ырымбур кисеүе янында Нуғай һәм Сутолока йырындары араһындағы ҡалҡыулыҡ[1]. Уның көньяҡ осонда Өфө кремле төҙөлгән була, уның урынында Троицк майҙаны һәм хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан.

Тарихы

Юлий календары буйынса 1574 йылдың 30 майында, Троица көнөндә, ҡалҡыулыҡ итәгендә Мәскәү уҡсылары отряды туҡтай. Бында яр буйында Өфөнөң беренсе ҡала бинаһы — ҙур булмаған ғәҙәттәге сиркәү төҙөлә (бер көндә буралған), ул Троица байрамы хөрмәтенә атала. Ғибәҙәтханаға артабан Божья Матерь һәм Изге Николай Чудотворец хөрмәтенә төкәтмәләр төҙөлә.

Сиркәү Өфө карталарында XIX быуат аҙағына тиклем теркәлә. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, сиркәү, әлбиттә, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Иҫкереүе арҡаһында һүтеп алыныуы ла мөмкин.

Троица сиркәүе Ағиҙел йылғаһы ярында, Троица шишмәһе тамағы менән йәнәш торған. Йырындан ағып сыҡҡан ошо шишмә һәм эргәләге ҡалҡыулыҡ Троица сиркәүе исеме менән Троицк ҡалҡыулығы (убаһы) тип атала башлай.

Тарихы Өфө кремле төҙөлгәндән алып, уба үҙенең бөтә оҙонлоғонда Оло Ҡазан (хәҙерге Октябрь революцияһы) урамы буйлап төрлө тәғәйеләнештәге йорт-ҡуралар менән төҙөлә бара. Хәҙер ҡалҡыулыҡта Дуҫлыҡ монументы, торлаҡ йорттар, бизнес-үҙәк һәм дәүләт хеҙмәттәре биналары урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. (рус.)