Түбәтәй
Тегелеше
Түбәтәйҙең өҫ яғын яҫы, йә ярымтүңәрәк көмбәҙле, йә бер нисә ҡыйыҡлап, осло башлы итеп тегәләр. Урта Азияла улар ғәҙәттә 4 ҡыйыҡлы, тирәсе квадрат рәүешендә. Элгәре Урта Азияла (хәҙерге Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан), Рәсәйҙә Иҙел-Урал буйындағы төбәктәрҙә (Башҡортостанда һәм Татарстанда), шулай уҡ Ҡырымда ҡала халҡы ла, ауыл халҡы ла кейгән, ҡәҙимге баш кейеме булған. Ҡырғыҙҙар затлы тире менән ҡырпылған ҡышҡы баш кейемен тебетей тип атай, ә башҡорттоң түбәтәй тигәненә тап килгәнен топу тиҙәр. (ҡырғ. топу, үзб. do'ppi/дўппи, уйғ. доппа/دوپپا, таж. тўппӣ (север.диал.), тоққӣ (южн.диал.)). Башҡорт телендә лә «тупый» һүҙе бар. Башҡорт түбәтәйе ҡабарынҡы көмбәҙле итеп тегелә һәм тирмәне хәтерләтә. Көндәлеккә кейә торғанын ҡарараҡ төҫтәге туҡыманан, ә кешелеккә тигәнен затлыраҡтан (ебәк, бәрхәт, барса-парча) теккәндәр. Мәрйенләп, уҡа һалып, төрлө төҫтәге ебәк, алтынланған йә көмөшләнгән ептәр менән сигелгәндәре лә булған. Ҡатын-ҡыҙ түбәтәйҙәре бигерәк тә нәзәкәтле семәрҙәре менән айырылып торған.
Яҡын тарихтан
СССР-ҙа 1940-1950-се йылдарҙа Урта Азиянан эвакуациянан ҡайтҡан кешеләр ыңғайына уны ни милләттән булһа ла барыһы ла тиерлек (бигерәк тә балалар) кейеп йөрөй башлай.
Галерея
Һылтанмалар
Түбәтәй тураһында йомаҡтар бар
- Түбәтәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2022)
- Тюбетейка, история. 2017 йылдың 13 май көнөндә архивланған.
- Татарские тюбетейки.