Төлкө менән айыу (әкиәт)
«Төлкө менән айыу» (рус. «Лиса и медведь») — башҡорт халыҡ ижадындағы хайуандар тураһындағы классик әкиәттәрҙең береһе[1].
Тарихы
«Төлкө менән айыу» әкиәте 1937 йылда Ф. Бикбов тарафынан яҙып алына һәм беренсе тапҡыр 1959 йылда «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабында баҫыла. Һуңынан «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабының 1-се китабында, рус телендә — «Волга родная» баҫмаһында, 1987 йылда «Башкирские народные сказки» китабында, «Башкирское народное творчество» китабының 4-се томында 90-сы һан менән сыға. 2009 йылда «Башҡорт халыҡ ижады» серияһының хайуандар тураһында әкиәттәр тупланған 13-сө томында баҫыла[1].
Сюжеты
Урман хужаһы булған Айыу турғай тотоп ала һәм элек өйрәк тотоуы менән маҡтанған Төлкө алдында үҙенең уңышын күрһәтергә була. Турғайҙы ҡабып Төлкө янына килә, әммә хәйләкәр Төлкө үҙен һаңғырау итеп күрһәтә һәм: «Ишетмәйем, ҡысҡырыбыраҡ әйт!» тип, айыуҙы ҡысҡырып әйтергә мәжбүр итә. Айыу: «Турғай!» — тип ҡысҡырып маҡтанған мәлдә ауыҙын ҙур асып ебәрә һәм ҡош осоп китә[1]. Шулай итеп, әкиәттә төлкө айыуҙың бер ҡатлылығынан файҙалана[2].
Төп геройҙар
- Төлкө — әкиәттең төп персонажы. Ул хәйләкәр, тапҡыр итеп һүрәтләнә. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә төлкө — сағыу образдарҙың береһе. Ул хайуандарҙы алдай, ләкин был әкиәттә ул айыуҙы туранан-тура алдамай, ә уның маҡтанырға тырышыуынан файҙалана.
- Айыу — көслө, ләкин ябай күңелле, ышаныслы персонаж. Ул үҙенең маҡтанырға тырышыуы арҡаһында турғайҙы юғалта.
- Турғай — бәләкәй ҡош, әкиәттә ул айыу менән төлкө араһындағы бәхәстең сәбәпсеһе булып тора.
Өйрәнелеүе
Фольклористика һәм филология фәнендә әкиәт халыҡ-ара сағыштырма-тарихи контекста өйрәнелә. Сюжеты халыҡ-ара Аарне — Томпсон индексы (рус.)баш. буйынса 57-се номер менән билдәләнә. Эзоптың «Ворона и лисица», Федраның, Бабрияның, Витриҙың, Гвиччардиниҙың, Лафонтендың, Тредиаковскийҙың, Сумароковтың, Крыловтың, Красицкийҙың, Забоскийҙың, Старицкийҙың, Мәжит Ғафуриҙың мәҫәлдәре сюжетына оҡшаш. Әкиәттең дағстан, ҡаҙаҡ варианттары ла бар. Турғай тотҡан айыу ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәрендә лә урын алған[3].
Хәҙерге ҡулланылышы
- Әкиәт текстары башҡорт халыҡ ижадының фундаменталь күп томлы академик йыйынтыҡтарында һәм антологияларында (рус.)баш. һаҡлана.
- Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыуында «Төлкө менән айыу» әкиәтенең аудиояҙмаһы яҙҙырылған[4].
- 2022 йылда «Тере шишмәләр» проекты сиктәрендә Марий Элда әкиәт буйынса ҡом анимацияһы фильмы төшөрөлгән[5].
- Октябрьский ҡалаһының үҙәк китапхана системаһы ҡурсаҡ әкиәтен төшөргән[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Төлкө менән айыу // 62-се бит (башҡ.). Башҡорт халыҡ ижады. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Төлкө менән айыу // 19-сы бит (башҡ.). Башҡорт халыҡ ижады. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Төлкө менән айыу // 158-се бит (башҡ.). Башҡорт халыҡ ижады. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑
Төлкө менән айыу - башҡорт халыҡ әкиәте
- ↑
Башкирская народная сказка «Лиса и медведь» (песочная анимация)
- ↑
Башкирская народная сказка Лиса и медведь.
Әҙәбиәт
- Башҡорт халыҡ ижады. 13-сө том: Хайуандар тураһындағы әкиәттәр (баш.) / төҙ., инеш мәҡәлә авт. Г. Р. Хөсәйенова; аңлатмалар авт. Л. Г. Бараг, М. Х. Минһажетдинов, Г. Р. Хөсәйенова; яуаплы ред. М. Х. Минһажетдинов. — Өфө: Китап, 2009. — Т. 13. — С. 181. — 200 с. — ISBN 978-5-295-04987-3.
- Бараг Л. Г., Березовский И. П., Кабашников К. П., Новиков Н. В. Сравнительный указатель сюжетов. Восточнославянская сказка. — Ленинград: Наука, 1979. — 437 с.
- Башкирское народное творчество. Т. 4: Волшебные сказки, сказки о животных / сост. Н. Т. Зарипов; авт. вступ. ст. Н. Т. Зарипов; авт. коммент. Л. Г. Бараг, Н. Т. Зарипов; отв. ред. Л. Г. Бараг. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — Т. 4. — 512 с. — ISBN 5-295-00293-7.
- Бараг Л. Г. Сюжеты и мотивы башкирских волшебных сказок и сказок о животных. — Уфа: БФАН СССР, 1983. — 124 с.