Төньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)

Төньяҡ амурҙары — 1807-1814 йылдарҙағы Наполеон һуғышы осоронда француздар тарафынан башҡорт яугирҙәренә бирелгән тарихи атама.

Тарихы

1807 йылдың июнендә Тильзит тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылғанда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта башҡорт яугирҙары уҡ-һаҙаҡ менән ҡораллана. Француздар, ампир мәҙәниәте йоғонтоһо аҫтында, уларҙы антик алла Амур менән сағыштыра.

Наполеон генералы де Марбо үҙенең мемуарҙарында башҡорт яугирҙарының Наполеон армияһына ҙур тәьҫир яһауы тураһында яҙа, уларҙы француздар уҡтар менән оҫта ҡулланғандары өсөн «төньяҡ амурҙары» тип атай[1].

undefined

Башҡорт полктары өсөн Наполеон Францияһы менән һуғыш 1806 - 1807 йылдарҙа Рус-прус-француз һуғышында барышында Наполеон Францияһына ҡаршы һуғышта башҡорт плоктары ҡатнаша. Ырымбур крайынан Наполеонға ҡаршы һуғашта 600 ҡалмыҡ, меңәрләгән Силәбе һәм Ырымбур казактары, 7 мең башҡорт ҡатнаша.

Н. К. Батюшков
 Вы помните, бульвар кипел в Париже так
Народа праздными толпами,
Когда по нём летал с нагайкой козак,
Иль северный Амур с колчаном и стрелами. 
1814—15, опубл.: «Амфион», 1815, № 6. Странствователь и домосед [3].
undefined

1813-1814 йылдарҙа рус армияһының сит илгә походтары был атаманы ҡулланыу географияһын киңәйтә. Наполеон ғәскәрҙәренең баҫып инеүенә ҡаршы көрәштә, башҡорттар инициативаһы буйынса, Рәсәй хөкүмәте 28 полк ойоштора. Хәрби хеҙмәткә 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе ебәрәләр. Уртаса 4-5 ихатанан бер кеше ҡуйыла. Хеҙмәткә ебәрелгәндәрҙе ҡорал, кейем, аттар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү крайҙың башҡорт һәм мишәр халҡы иҫәбенә башҡарыла.

Кейем-һалым зәңгәр йәки аҡ төҫтәге сукон кафтанынан, шулай уҡ киң ҡыҙыл лампалар менән шарварҙан, киҫелгән осло аҡ эшләпәнән, күн билбауҙан, портупейҙарҙан һәм итектәрҙән торған. Ҡоралланыуға һөңгө, ҡылыс һәм уҡ-һаҙаҡ инә. Бик аҙ яугирҙарҙың ғына мылтыҡтары һәм пистолеттары була.

Армия кавалерияһы составында башҡорт һәм казак атлылары рус ғәскәрҙәренә Гамбургты, Эрфуртты, Берлинды, Веймарҙы һәм Франкфурт-На-Майнены азат итергә ярҙам итә. Туғыҙ башҡорт полкы, 2-се типтәр, 2-се мишәр һәм 8-се Ырымбур казак полктары Парижға еңеү менән инә.

Һуғышта ҡатнашыусылар 1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн көмөш миҙалдар һәм башҡа билдәләр ала. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла 1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Башҡорт уғы — Тюрингия ерендәге Шварц коммунаһындағы Изге Лауренций сиркәүе шпилендәге уҡ фигураһы, артефакт.

Иҫкәрмәләр

  1. Б. Ямщиков. Прозванные амурами. Башкиры в Отечественной войне 1812 года. «Республика Башкортостан» № 7, 17.01.12. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2017. Архивировано из оригинала 18 март 2017 года.
  2. Гравюра в России Архивная копия от 2 апрель 2017 на Wayback Machine Государственный музей изобразительных искусств им. А. С. Пушткина
  3. …северный Амур… — Имеется в виду прозвище «Les amours du Nord», данное французами калмыкам и башкирам, находившимся в русской армии и вооружённым луками.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Любезные вы мои... — Уфа. 1992.

Категориялар