Төньяҡ флот көнө
Төньяҡ флот көнө (Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты көнө, Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты Төньяҡ флотының тыуған көнө) — 1933 йылда Төньяҡ хәрби флотилия ойошторолоу хөрмәтенә йыл һайын 1 июндә билдәләнгән байрам. 1937 йылдың 11 майынан Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты тип атала[1][2][3].
Байрам Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты баш командующийы флот адмиралы Феликс Громовтың 1996 йылдың 15 июлендәге 253-сө "Специальность буйынса йыллыҡ байрамдарҙы һәм һөнәри көндәрҙе индереү тураһында" бойороғона ярашлы булдырыла[1][2][3][4].
Тарихы
Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының Төньяҡ флоты тарихы 1933 йылдың 1 июненән башлана: тап ошо көндә Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Штабы начальнигы Александр Егоров циркуляры нигеҙендә Төньяҡ хәрби флотилия ойошторола. Уның базаһы Мурманскиҙа була. Балтиканан ике отряд һыу өҫтө һәм һыу аҫты кәмәләре килтерелә. Шунда уҡ Полярныйҙа беренсе хәрби-диңгеҙ базаһы төҙөлә башлай.
1937 йылдың 11 майында СССР Оборона халыҡ комиссары Климент Ворошилов бойороғо буйынса Төньяҡ флотилия Төньяҡ флот тип үҙгәртелә[1][5][6].
Төньяҡ флот караптарының беренсе эскадраһы күпкә алдан - 1737 йылда Архангельскиҙа хәрби порт булдырылыу менән эшләнә һәм был дата Төньяҡта Рәсәйҙең хәрби-диңгеҙ көстәренең тыуыу ваҡыты булып тора. Был берләшмәнең яуаплылыҡ зонаһына Аҡ диңгеҙ, Кольск ярымутрауының яр буйы ҡарай. Архангельск хәрби портының беренсе командующийы вице-адмирал Пётр Бредаль була[7][1][2].
Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты баш командующийы адмирал Виктор Чирков бойороғона ярашлы, 2014 йылдың 25 майында Төньяҡ флотҡа нигеҙ һалыу йылы 1733 йыл тип билдәләнә[1][2][3].
Ҡайһы бер тарихсылар[8], Төньяҡ флот тарихын 1693 йылдан — батша Петра I Архангельскиҙа хәрби караптар эшләү өсөн Соломбальск верфен һалыу тураһындағы указынан башлап һанарға кәрәклеген белдерә[3][6][9].
Тасуирламаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Төньяҡ Боҙло океан флотилияһы
- «Төньяҡ флот» берләшкән стратегик командованиеһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 День Северного флота. Досье (русский) // ТАСС. — 2018. — 31 май.
- ↑ 1 2 3 4 День Северного флота России (русский) // РИА Новости. — 2019. — 1 июнь.
- ↑ 1 2 3 4 5 Абрамов Андрей. День Северного флота 2021: история и традиции праздника (русский) // Комсомольская правда. — ISSN 0233-433X.
- ↑ Выписка из приказа Главнокомандующего ВМФ Российской Федерации № 253 от 15 июля 1996 года «О введении годовых праздников и профессиональных дней по специальности». Региональная общественная организация «Санкт-Петербургский клуб моряков-подводников и ветеранов ВМФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2020. Архивировано 15 октябрь 2019 года.
- ↑ Цыганкова Светлана. Северная военная флотилия: с чего началась история Северного флота (русский) // Российская газета. — 2020. — 1 июнь. — ISSN 1606-5484.
- ↑ 1 2 День Северного флота. Flot.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2020. Архивировано 12 июль 2020 года.
- ↑ «Северный флот — не подведёт!» Из истории становления Северного флота России. Министерство обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2020. Архивировано 12 июль 2020 года.
- ↑ Кондрескул А. М. История Российского военно-морского флота // ФГОУ ВШ «Северный (Арктический) федеральный университет им. М.В. Ломоносова» : Научный журнал. — 2015. — № 2. — С. 160—162. — ISSN 2227-6564.
- ↑ Почти трехвековая история самого молодого флота России. iz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2020. Архивировано 16 ноябрь 2021 года.
- ↑ Северный флот отмечает 80-летие (русский) // Военно-промышленный курьер. — 2013. — 1 июнь. — ISSN 1729-3928.
- ↑ Северный флот отметит 285 лет со дня создания (русский) // Военно-промышленный курьер. — 2018. — 1 июнь. — ISSN 1729-3928.
Һылтанмалар
- Выписка из приказа Главнокомандующего ВМФ Российской Федерации № 253 от 15 июля 1996 года «О введении годовых праздников и профессиональных дней по специальности». Региональная общественная организация «Санкт-Петербургский клуб моряков-подводников и ветеранов ВМФ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2020.
- Видеосюжет «В России отмечают День Северного флота». Телеканал Известия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июль 2020.