Төпкилде ел электр станцияһы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Төпкилде ел электр станцияһы (рус. ветряная электростанция «Тюпкильды») — Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Төпкилде ауылы эргәһендә урынлашҡан ел электр станцияһы. Рәсәйҙә ҡеүәте буйынса икенсе урында торған ел электр станцияһы — 2,2 МВт. Немецтар етештергән дүрт ел агрегатынан тора.
Төҙөү тарихы
«Төпкилде» ел паркын «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөй, 2001 йылда асыла. Эшкә көйләү һәм монтажлау эштәре 2001 йылдың 1 мартында тамамлана һәм электр ҡеүәте бирә башлай.
Эксплуатациялау
2010 йылда Төпкилде ел электр станцияһы 0,30 млн квт·сәғ электр энергияһы етештерә[1][2], 2009 йылда — 0,10 млн квт·сәғ., 2008 йылда — 0,40 млн квт·сәғ. Билдәләнгән ҡеүәтте ҡулланыу коэффициенты 2008—2010 йылдарҙа 2,2%-тан артмай.
2015 йылдың 9 айы эсендә «Төпкилде» ел электр станцияһы 766 мең кВт·сәғ электр энергияһы етештерә, был «Башҡортостан генерациялау компанияһы» электр станциялары ошондай уҡ осорҙа етештергән дөйөм электр энергияһының (13677,37 млн квт·сәғ) 0,005%-ын тәшкил итә[3]. Етештерелгән киловатт-сәғәт электр энергияһының уртаса хаҡы 7 һум 78 тин тәшкил итә. 2013—2014 йылдарҙа компания ел электр станцияһын эксплуатациялауҙан йылына 7-8 миллион һум зыян күрҙе, 2015 йылдың 9 айы өсөн зыян 4,78 миллион һум тәшкил итте. Шуға ҡарамаҫтан, «Төпкилде» Башҡортостан энергетиктары өсөн, уның базаһында аяҡҡа баҫтырылыусы энергетика объекттарын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү буйынса тәжрибә туплана барыуы менән ҡиммәтле.
2017 йылдың 25 февралендә ел генераторҙарының береһендә янғын сыға. Янғын үҙенән үҙе һүнә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Башҡортостан Энергетикаһы
- Рәсәй ел электр станциялары исемлеге
Иҫкәрмәләр
- ↑ Схема и программа развития электроэнергетики Республики Башкортастан нa 2012—2017 годы
- ↑ Годовой отчёт ОАО «Башкирэнерго» за 2010 год. bashkirenergo.ru (27 июнь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2017.(рус.). bashkirenergo.ru (2011-06-27). 12 ғинуар 2017 тикшерелгән. (рус.). bashkirenergo.ru (2011-06-27). 12 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Электроэнергия в Башкирии немного «позеленела» // РБК-Уфа, 3 ноября 2015 года
Һылтанмалар
- YouTube сайтында ВЭС Тюпкильды
- Фото